БАШҠОРТОСТАН ДЕМОКРАТИК ЙӘШТӘР СОЮЗЫ — Рәсәй йәштәр союзының республика ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. Бөтә Союз Ленинсы коммунистик йәштәр союзының Башҡ‑н өлкә ойошмаһы булараҡ барлыҡҡа килә, 1991 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Респ. йәштәр хәрәкәте составына инә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: ижади һәләтте үҫтереү (“Мин — йәш”, “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы үҫмерҙәр лигаһы”), патриотик һәм рухи тәрбиә биреү (“Патриот һәм гражданин”, “Беҙ — Рәсәй граждандары”), сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һ.б. б‑са проекттарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыу. Эшмәкәрлегенең төп формалары: акциялар (“Халыҡҡа үҙ иркең менән ярҙам итеү”, “Тәмәкене кәнфиткә алмаштырабыҙ”), форумдар (“Арт‑Профи форум”), фәнни хеҙмәттәр конкурсы һ.б. үткәреү, йәйге профилле лагерҙар ойоштороу.

Г.А.Рященко, Р.С.Хисаметдинова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика