“БАШМАҒЫМ”, Х.К.Ибраһимовтың 3 шаршаулы музыкаль комедияһы. 1916 й. яҙылған. Комедияла 20 б. башындағы татар сауҙагәрҙәренең тормош‑көнкүреше һәм ғөрөф‑ғәҙәттәре сағылдырылған. Геройҙар ҡиммәтле башмаҡтар юғалыуға бәйле төрлө комик хәлдәргә юлыға. Тәүге тапҡыр 1919 й. Төркөстан фронтының Көньяҡ төркөм ғәскәрҙәренең сәйәси бүлеге эргәһендәге Ҡыҙыл Армия театрында ҡуйыла. 1920 й. Стәрлетамаҡ ҡ. 1‑се Башҡ. драма театры (ҡара: Башҡорт драма театры; реж. Е.Сыртланова- Шляхтина) сәхнәһендә, 1924 й. — Башҡорт Күсмә театрында (реж. В.Мортазин‑Иманский) күрһәтелә. Төп ролдәрҙә: Ғ.М.Минһажев (Кәрим бай), Т.Рәшитова (Сәрүәр), Ғ.С.Әлмөхәмәтов (Ғәлимйән), Х.Г.Дауытов (Йыһан). 20‑се йй. аҙ. В.Мортазин-Иманский үҙе ҡуйған спектаклде Башҡ. драма театры сәхнәһенә күсерә. “Б.” 1936 й. БАДТ‑ла яңынан ҡуйыла (реж. Б.Ғ.Имашев, ҡуйыусы рәссамы Ғ.Ш.Имашева, муз. етәксеһе һәм дирижёры М.М.Вәлиев). Спектакль өҙөклөктәр м‑н 40 йылдан ашыу уйнала, төп ролдәрҙе Т.М.Бикташева, Н.И.Ирсаева, Х.И.Ҡудашев, Г.Ә.Мансурова, Ә.Ғ.Садиҡова, С.Н.Сәйетов, Ғ.Ғ.Туҡаев, Ғ.Ғ.Фәхриев, М.Ғ.Хәбибуллин, Р.С.Янбулатовалар башҡара. 1978 й. Л.В.Вәлиев комедияның халыҡ уйындары элементтарын һәм бурлескты берләштереүсе яңы ҡуйылышын тәҡдим итә (ҡуйыусы рәссамы Т.Ғ.Йәнекәев, муз. биҙәүсе Ш.З.Ҡолбарисов). Төп ролдәрҙә: Ш.Р.Рәхмәтуллин (Кәрим бай), Г.А.Мөбәрәкова (Сәрүәр), Ф.С.Ғафаров (Ғәлимйән), Б.Ғ.Муллабаев (Йыһан). 2004 й. комедияны реж. И.Ғ.Ғиләжев ҡуя (ҡуйыусы рәссамы Д.П.Хильченко, муз. биҙәүсе У.М. Иҙелбаев). Төп ролдәрҙә: Ғафаров (Кәрим бай), С.Ф.Хәкимова (Сәрүәр), С.И.Байегетов (Ғәлимйән), З.Ҡ.Атнабаева (Йыһан).

1994 й. “Б.” пьесаһы Салауат драма театрында (реж. һәм ҡуйыусы рәссамы В.К.Сәйфуллин, муз. биҙәүсе Я.Х.Шәрипов), 1995 й. — Сибай драма театрында (реж. О.З.Ханов, ҡуйыусы рәссамы Э.Р.Ғиззәтуллин, муз. биҙәүсе Ю.Х.Үҙәнбаев) ҡуйыла. “Б.” Ҡаҙаҡ драма театрында һ.б. күрһәтелә. Ибраһимов пьесаһының сюжеты Татар опера һәм балет театрында ҡуйылған татар комп. Ж.Фәйзиҙең ш. уҡ исемле муз. комедияһына (Т.Ғиззәт либреттоһы, 1942; икенсе редакция урыҫ теленә тәржемәлә, 1954) нигеҙ итеп алына.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.М.Ҡотоева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика