“БАШЛЕСПРОМ” урман сәнәғәте холдинг компанияһы, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1952 й. Өфөлә “Башлес” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1953 й. алып комб‑т, 1975 й. — ПБ; 1986 й. башлап “Б.” Башҡ‑н урман сәнәғәте ПБ, 1988 й. — терр. ПБ, 1991 й. — урман сәнәғәте берекмәһе, 1994 й. — «“Б.” урман сәнәғәте холдинг компанияһы» ААЙ, 2007 й. ябыла. “Б.” составына ағас әҙерләү пр‑тиелары: Архангел урман сәнәғәте хужалығы, Асҡын урман сәнәғәте хужалығы, Белорет урман сәнәғәте хужалығы, Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы, Инйәр урман сәнәғәте хужалығы, Ҡарлыхан урман сәнәғәте хужалығы, Магинск урман сәнәғәте хужалығы, Мулдаҡай урман сәнәғәте хужалығы (Ҡытау-Ивановка ҡ.), Сибай урман сәнәғәте хужалығы, Талог урман сәнәғәте хужалығы, Урмантау урман сәнәғәте хужалығы, Яманйылға урман сәнәғәте хужалығы; Йүрүҙән (Ҡараяр ҡасабаһы) һәм Муллаҡай (икеһе лә Ҡариҙел р‑нында) урман комб‑ттары; урман эшкәртеү пр‑тиелары: Мәләүез урман комбинаты, Эҫем урман комб‑ты (Ҡырмыҫҡалы р‑ны Бельский ҡасабаһы), Әмзә урман комбинаты; ағас эшкәртеү пр‑тиелары: “Башмебель”, Октябрьский мебель фабрикаһы, Стәрлетамаҡ мебель комбинаты, Өфө фанер комбинаты, Өфө фанер-плита комбинаты, Өфө шырпы фабрикаһы, Өфө эксперименталь мебель ф-каһы (1987 й. нигеҙләнгән), Өфө ремонт-механика з‑ды (1953), “Уфалессервис” ДУП‑ы (1999) ингән. “Б.” әҙерләгән ағас күләме респ. кимәленең 44%‑ын тәшкил иткән. 1999 й. 11006 кеше эшләгән. Ағас-таҡта, йәбештерелгән фанер, ағас-юнысҡы һәм ағас-сүс плиталар, шырпы, этилацетат, ағас күмере, мебель етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарылған (йәбештерелгән фанерҙың яҡынса 70%‑ы, ағас-сүс плиталарҙың 55%‑ы). “Б.” м‑н Н.Р.Ураҙбаев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика