БАШҠОРТОСТАН ҒИЛМИ‑ТИКШЕРЕНЕҮ ИНСТИТУТЫ, БАССР ХКС‑ы ҡарамағында, 1929 й. Өфөлә Башҡортостан комплекслы экспедицияһы булышлығында барлыҡҡа килә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: башҡорт теленең диалекттарын өйрәнеү, фольклор материалын йыйыу; археологик ҡаҙыныуҙар үткәреү; респ. тупраҡ, үҫемлек, һыу, энергетик һәм яғыулыҡ ресурстарын, төҙөлөш индустрияһы өсөн сеймал базаһын өйрәнеү; производствоны урынлаштырыуҙы техник‑иҡт. нигеҙләү; алдынғы совхоз һәм колхоздарҙа производствоны ойоштороу тәжрибәһен дөйөмләштереү; силослау, культура көтөүлектәре булдырыу һәм мал аҙығы етештереүҙең башҡа мәсьәләләре б‑са тәҡдимдәр әҙерләү; урмандарҙы рациональ ҡырҡыуҙы ойоштороуҙы, урман тергеҙеү ысулдарын, ағас әҙерләүҙе механизациялау, урман сәнәғәте хужалыҡтарын булдырыу проблемаларын өйрәнеү һ.б. Институт составында 6 бүлек була: тәбиғәт белеме‑тарих, соц.‑мәҙәни (тарих‑археология, пед., әҙәбиәт, тел һәм сәнғәт секциялары), урман‑техника, мед., сәнәғәт, а.х.; ғилми китапхана һәм Башҡ‑н тыуған яҡты өйрәнеү музейы (ҡара: Милли музей). Институттың ғилми хеҙм‑рҙәр штаты Башҡ‑н комплекслы экспедицияһында ҡатнашыусыларҙан туплана (1930 й. 12 кеше иҫәпләнгән). 1931 й. институт үҙгәртеп ҡорола. Уның бүлектәре нигеҙендә 1931—33 йй. тармаҡ ҒТИ‑лары барлыҡҡа килә: милли мәҙәниәт (ҡара: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты), марксистик‑ленинсы пед. һәм педология (ҡара: Педагогика институты), сәнәғәт (ҡара: “БашНИПИстром”), а.х., һаулыҡ һаҡлауҙы һәм гигиенаны соц. яңыртып ҡороу. Дир. — М.Ә.Байымов.

Әҙәб.: Каримов К.К. Очерки истории культуры Башкортостана. Уфа, 1999.

Ҡ.К.Кәримов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика