БАШҠОРТОСТАН ВАҠЫТЛЫ РЕВОЛЮЦИОН СОВЕТЫ, Автономиялы Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советы, 1918 й. 17 февр. Ырымбур ҡ. “Тулҡын” башҡ. йәштәре ойошмаһының һәм Башҡортостан кантондарынан Башҡорт милли хәрәкәте йәш башҡ. революционер‑активистарының дөйөм йыйылышында ойошторола. Апр. алып Стәрлетамаҡ ҡ. урынлаша. 1918 й. 19 февр. Ырымбур губерна хәрби‑революцион комитеты тарафынан теркәлә, ул БВРС‑ҡа Башҡорт хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы аҡсаларын тапшыра. БВРС составына рәйес, рәйес урынбаҫары, 2 секретарь, ойоштороу, нәшриәт, мәғлүмәт, халыҡ мәғарифы һәм һаулыҡ һаҡлау, финанс‑хужалыҡ бүлектәре мөдирҙәре инә. 19 февр. БВРС Ырымбур губерна ХРК составына вәкил һәм Мосолман хәрби‑революцион комитеты составына 2 вәкил ебәрә, халыҡҡа саҡырыу м‑н мөрәжәғәт итә, унда “эшсе, крәҫтиән һәм һалдаттарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау” һәм авт. Башҡортостанды РСФСР‑ға интеграциялау йүнәлеше иғлан ителә. 9 мартта БВРС Ҡыҙыл гвардияның башҡ. отрядтарын (һаны 1 мең кешегә еткән) ойошторорға ҡарар итә, 17 мартта “Автономиялы Башҡортостан территорияһында Эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары советтары ойоштороу тураһында инструкция” баҫтырып сығара. 25 мартта БВРС РСФСР Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариатына “Башҡортостан автономияһы проекты” б‑са килешеү һәм раҫлау өсөн Б.Ә.Шәфиев етәкс. делегаттар төркөмөн ебәрә. 30 март — 6 апр. РСФСР Милләттәр эштәре б‑са ХК м‑н һөйләшеүҙәр барышында БВРС делегацияһы “Татар‑Башҡорт Совет Республикаһы тураһында положение”ны (ҡара: Татар‑Башҡорт Совет Республикаһы) хуплау т‑да килешеүгә ҡул ҡуя. БВРС Ырымбур губерна эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары советы башҡарма ком‑тының 30 марттағы таратыу т‑дағы бойороғон үтәүҙән баш тарта. 1918 й. 3 майында үҙенең эшен туҡтата. БВРС рәйесе — А.С.Дәүләтшин. БВРС‑тың баҫма органы — “Башҡурдистан” гәзите.

Әҙәб.: Кузыев Р.У. Временный революционный совет Башкортостана //Октябрьская революция и рождение Советской Башкирии: сб. ст. Уфа, 1959; Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.1. Уфа, 2002.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика