“БАШҠУРДИСТАН” (“Башҡортостан”), ижт.-сәйәси гәзит (ҡара: “Башҡортостан”). Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы органы. Ырымбур ҡ. 1918 й. 1 мартынан 25 мартына тиклем төрки телендә сыға. Барлығы 5 һаны донъя күрә. Гәзит “Йәшәһен Башҡурдистан!”, “Йәшәһен халыҡ власы нигеҙендә Рус ҡушма штаттары!” лозунгылары м‑н нәшер ителә. “Б.” совет власы т‑да мәҡәләләр баҫыла, большевизм идеялары пропагандалана. Мөхәррире — Б.Ә.Шәфиев.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика