БАШҠОРТОСТАН БУҪТАУ КОМБИНАТЫ. 1852 й. Бәләбәй өйәҙендә Түбәнге Троицк буҫтау ф‑каһы (ҡара: Алафузов буҫтау фабрикаһы) булараҡ нигеҙ һалына, 1963 й. алып Б.б.к., 1993 й. — ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына йөн йыуыу производствоһы (1971), аппарат-иләү (1‑се һәм 2‑се ҡаттары — 1900 й., 3‑сө ҡаты 1974 й. төҙөлгән), эшкәртеү (1857), ҡушымталар яһау (1900), әҙерләү (1952), туҡыу (1974) цехтары, рельс яны склады (Туймазы ҡ., 1972) ингән. 2006 й. 500‑гә яҡын кеше эшләгән. Йөн еп, туҡыма, энә үтмәле туҡыма етештергән; продукцияһының 35%‑ы — БР пр‑тиеларына (“Башвест”, “Башмебель”, “Башҡортостан” сауҙа үҙәге һ.б.), 65%‑ы РФ һәм Белоруссия пр‑тиеларына ебәрелгән. 1940 й. — 596 мең погон метр, 1963 й. — 1752 мең, 1980 й. 3386 мең погон метр туҡыма етештерелгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1 млн ашыу һалдат шинеле тегеү өсөн 2934 мең м буҫтау эшләнгән. 2010 й. башлап пр‑тие терр‑яһында “Башҡортостан текстиль комбинаты” ЯСЙ урынлашҡан, ул оҡшаш продукция етештерә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика