БАШҠОРТОСТАН БИОХИМИЯ КОМБИНАТЫ, 1972 й. Благовещен ҡ. нигеҙ һалына, 1975 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1998 й. алып “Башптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2003 й. ябыла. 1976—86 йй. комб‑т н‑парафиндарҙан (паприн) мал аҙығы аҡһымы, 1986—93 йй. синтетик этил спиртынан мал аҙығы сүпрәһе, “С” цитохромы, шарап һәм һуттарҙы пестицид һәм ауыр металл тоҙҙарынан таҙартыу өсөн сорбент эшләп сығарған. 1994 й. комб‑та РФ‑та тәүге тапҡыр он етештереү сәнәғәте ҡалдыҡтарынан биотрин сығарыу үҙләштерелгән. Пр‑тие составына (1999) биосинтез, биотрин цехтары (икеһе лә 1975 й. нигеҙләнгән) ингән. 1999 й. 758 кеше эшләгән. Биотрин, теш эликсиры, арыҫлан ҡойроғо төнәтмәһе, ҡырмыҫҡа спирты, меновазин етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

В.А.Мәзитов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика