БАШҠОРТОСТАН БАҠЫР-КӨКӨРТ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Баҡыр, баҡыр-цинк мәғдәндәрен сығарыуҙы һәм байыҡтырыуҙы, ҡырсынташ етештереүҙе тормошҡа ашыра. Сибай ҡ. урынлашҡан. Составы: Сибай байыҡтырыу ф‑каһы (1959 й. нигеҙләнгән), Сибай ер аҫты руднигы, Баҡырүҙәк, Балтатау, Ҡамаған, Сибай мәғдән карьерҙары, эзбизташ карьеры, ремонт-механика з‑ды, автопр‑тие, тимер юл цехы. Шифахана-профилакторийы, турбазаһы, һауыҡтырыу лагеры бар. 2003 й. 3725 кеше эшләгән. Баҡыр, цинк концентраттары, тау тоҡомдарынан һәм эзбизташтан ҡырсынташ етештерә. Продукцияһы РФ һәм яҡын сит ил пр‑тиеларына ебәрелә.

1948 й. Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы базаһында нигеҙ һалына, 1995 й. хәҙ. статусын ала, 2004 й. — Урал тау-металлургия компанияһы составында. 1959 й. тау-ҡаҙылма комб‑тынан тау-байыҡтырыу комб‑тына үҙгәртелә. Сибай мәғдән карьерында илдә тәүге тапҡыр тау массаһын туранан- тура карьерҙа ауҙармалы машиналарҙан тимер юл думпкарҙарына тейәү ҡатнаш ташыу ысулы; тармаҡта тәүге тапҡыр тау массаһын карьерҙың тәрән горизонттарынан өҫкә ташыу өсөн скип күтәргесе индерелә (1973). Байыҡтырыу ф‑каһында илдә беренсе тапҡыр баҡыр-көкөрт мәғдәндәрен цианһыҙ байыҡтырыу технологияһы үҙләштерелә (1965). 1999 й. комб‑ттың Рәсәйҙә баҡыр етештереү б‑са өлөшө (“Норильский никель” Рәсәй АЙ‑нан тыш) 12 % була. 2000 й. ҡарата комб‑т 114 млн т баҡырлы мәғдән сығара, шуның 78 млн т Сибай байыҡтырыу ф‑каһында эшкәртелә (концентраттарҙа бирелгән: баҡыр — 652 мең т, цинк — 953 мең т). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1976). Комбинат м‑н М.И.Fәбитов, И.И.Коркин, Н.К.Муллаҡаева, С.П.Никитин, А.С.Суворова, Ә.Ә.Фәтхуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика