“БАШҠОРТОСТАН БАҠСАЛАРЫ”. 1962 й. БАССР А.х. министрлығының Баҡсасылыҡ һәм емеш-еләк питомнигы с‑здары бүлеге булараҡ ойошторола, 1977 й. Башҡ‑н “Плодопром” бүлеге, 1978 й. алып Башҡ‑н “Плодопром” тресы, 1988 й. — “Б.б.” дәүләт ПБ, 1999 й. ябыла. Берекмә нигеҙендә БР-ҙың питомник ҡарау хужалыҡтарының уртаҡ эшмәкәрлеге б‑са “Баҡсасылыҡ хеҙмәте” ширҡәте төҙөлә. “Б.б.” составына Баҡалы, Боҙаяҙ (Ҡырмыҫҡалы р‑ны), Бөрө, Иглин, Стәрлетамаҡ, Шишмә емеш- еләк питомниктары с‑здары ингән. 685,3 мең дана емеш (алмағас, груша) һәм еләк (гөлйемеш, ҡайын еләге, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә, һырғанаҡ, энәлек) ултыртыу материалы үҫтерелгән, шуның 99,5 меңе — емеш һәм 585,8 меңе — еләк культуралары үрсетмәһе; 668,7 т — емеш, 176,7 т еләк йыйылған (1999). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Р.Ә.Зыязетдинова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика