БАШҠОРТТАРҘЫҢ ХӘРБИ ХЕҘМӘТЕ, Башҡортостан состав өлөшө булып торған дәүләттәрҙә башҡорттарҙың хәрби йөкләмәһе. 10 б. 1‑се ярт. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 9 б. 1‑се ярт.) башҡ. ҡәбиләләре етәксеһе Башҡорт 2 мең һыбайлы м‑н Хазар ҡағанаты ғәскәрендә Ҡыймаҡ ҡағанаты сигендә хеҙмәт итә. Башҡортостандың Монгол империяһы составына инеү осоронда (13 б.) башҡ. отрядтары (үҙҙәренең аты, ҡоралы һәм кәрәк‑ярағы м‑н) монгол армияһын, 13—16 бб. Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы һәм Себер ханлығы ғәскәрҙәрен тулыландыра. Жалованный грамота, шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, Б.х.х. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы шарттарының береһе була. 17 б. алып ул юғары власть (батша, император), дәүләт власының үҙәк органдары (Баяр думаһы, Сенат, Ҡазан һарайы приказы, Хәрби коллегия, Хәрби министрлыҡ) акттары тарафынан көйләнә, урындағы үҙидаралыҡтың юғары вазифалы кешеләре (воевода, губернатор, хәрби губернатор, ген.‑губернатор) тарафынан контролдә тотола. Уны туранан‑тура ойоштороуҙы старшина, тархан, батырҙар, 18 б. уртаһынан алып оберкомендант, комендант, гарнизон нач., старшина, яҫауыл, хорунжий, сотниктар, 19 б. ш. уҡ Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы, кантон һәм дистанция башлығы, йорт һәм поход старшинаһы, башҡорт полктары командирҙары һ.б. тормошҡа ашыра. Б.х.х. тышҡы хеҙмәткә (Европа сиктәрен һаҡлау һәм һуғыштарҙа ҡатнашыу) һәм эске хеҙмәткә (сик хеҙмәте — Рәсәйҙең көньяҡ‑көнсығыш нығытмалы сик һыҙыҡтарын һаҡлау; этап хеҙмәте — хөкөм ителгән кешеләрҙе Себер трактында, Өфөнән Силәбе ҡ. тиклем юлда оҙатып барыу; Ҡазан, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ырымбурҙа һ.б. ҡалаларҙа ҡарауыл һәм полиция хеҙмәте, йәрминкәләр ваҡытында юлдарҙы һаҡлау) бүленә. 1744 й. алып башҡорттар йыл һайын мишәрҙәр м‑н берлектә Ырымбур сик һыҙығы һағында була (1744 й. 1,5 мең кеше; 1769 й. 2,2 мең; 1798 й. алып 5—6 мең кеше). 1760 й. алып башҡ. командалары Себер сик һыҙығында хеҙмәт итә (хеҙмәт ваҡыты 1 йыл була, 1769 й. алып — 2 йыл; 1800 й. йөкләмә этап хеҙмәте м‑н алмаштырыла). Йәйге хеҙмәт 15 майҙан 16 нояб. тиклем дауам итә, ҡышҡы (уға өс тапҡыр кәмерәк кеше йәлеп ителгән) — 16 нояб. алып 15 майға тиклем. Башҡ. командаһы (полкы) походҡа үҙенең аҙыҡ‑түлеге һәм фуражы м‑н сыға, йыйылыу урынынан 100 саҡрымдан алыҫыраҡ киткән осраҡта ҡаҙна иҫәбенә күсерелә. 1797 й. алып хәрби хеҙмәт осоронда һәр хеҙм‑ргә айына 1 һум аҡса бирелә (эш хаҡы 2 атҡа, аҙыҡ‑түлеккә, ҡоралға һәм ғәскәри кәрәк‑яраҡҡа киткән ғәмәлдәге сығымдарҙы ҡапламаған). 1798—1863 йй. Ырымбур крайында хеҙмәтле ҡатламдар, ш. иҫ. башҡорттар м‑н идара итеүҙең кантон системаһы, ҡулланыла. 1847 й. 30 йыллыҡ хеҙмәт итеү ваҡыты индерелә. Һәр 100 хеҙм‑ргә поход яҫауылы, поход сотнигы һәм хорунжийы, һәр 250 хеҙм‑ргә поход старшинаһы, сотник йәки яҫауыл етәкселек итә. Яйлап сик хеҙмәте сик буйындағы (“хеҙмәт итеүсе”) кантон башҡорттары өсөн генә мәжбүригә әйләнә. 19 б. уртаһында Б.х.х. эш һәм ылау хеҙмәте (төҙөлөш эштәре, йөк ташыу һ.б.) м‑н алмаштырыла башлай. 30—50‑се йй. хәрби хеҙмәт үтәү өсөн саҡырылғандар һаны 70%‑тан 24%‑ҡа тиклем кәмей. 1863 й. ҡарата эшсе командаларҙа 28 кантондан 9 кантон башҡорттары тора, ҡалғандарының хеҙмәте аҡсалата йыйым м‑н алмаштырыла. Башҡорттар хеҙмәтле кешеләр отрядтары составында йәки Яйыҡ казактары м‑н берлектә 1558—81 йй. Ливон һуғышында, Өфө өйәҙенә Себер татарҙары һәм ҡалмыҡтарҙың сапҡындарын (16—17 бб.) кире ҡағыуҙа, Рәсәйҙе поляк интервенттарынан азат итеүҙә (17 б. 1‑се сиреге), 1643—44 йй. Ҡалмыҡ походында, 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында, 1695 й. һәм 1696 й. Азов походтарында ҡатнаша. Башҡ. командаһы һәм полктары 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында (1 мең кеше; Балтик буйы крайында), 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта (1,5 мең кеше; Көнсығыш Пруссияла), 1789—90 йй. рус‑швед һуғышында (4 полк; Финляндияла), 1806—07 йй. рус‑прус-француз һуғышында (10 мең кеше; Көнсығыш Пруссияла), Ватан һуғышы  (1812) һәм 1813—14 йй. рус армияһының сит илгә походтарында (20 полк), 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында (Ырымбур казактары м‑н берлектә 0,5 мең; Көнбайыш Ҡара диңгеҙ буйында), Хиуа походында (1839—40), Коканд походтарында, 1853—56 йй. Ҡырым һуғышында (4 полк; Балтик буйы крайында) хәрәкәт итә. 1792 й. 2 башҡ. полкы Балтик буйында Рәсәй— Польша сиген һаҡлай. 1828— 33 йй. 2 полк Бессарабияла сик һаҡлау хеҙмәтен үтәй. “Тоғро” башҡ. отрядтары ихтилалдарҙы [башҡорт ихтилалы (1704—11), башҡорт ихтилалдары (1735—40), ихтилал (1747), башҡорт ихтилалы (1755—56), ихтилал (1835)] баҫтырыуҙа, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында баш күтәреүселәрҙең ҡораллы көстәрен тар‑мар итеүҙә ҡатнаша. Речь Посполитаяла 1768—72 йй. Бар конфедерацияһын юҡ итеүгә 3 меңдән ашыу башҡорт йәлеп ителә, 1830—31 йй. поляк ихтилалында ҡатнашыусыларҙы конвойҙа оҙатыуға — 2,5 мең. Башҡ. командалары Урал казактары (1805), Кәҫле заводы һәм Ҡыштым заводтары (1823) эшселәре, Силәбе өйәҙе крәҫтиәндәре сыуалыштарын һәм 19 б. ҡаҙаҡ ихтилалдарын баҫтырыуға йүнәлтелә. “Башҡорттар тураһында положение” б‑са Б.х.х. бөтөрөлә, башҡорттар ирекле ауыл кешеләре ҡатламына күсерелә. 1865 й. Башҡ. ғәскәре таратыла. 1882 й. алып башҡорттар хеҙмәткә дөйөм хәрби йөкләмә [ҡара: Хәрби реформалар (1860—70)] нигеҙендә саҡырыла. 1874—82 йй. Силәбе өйәҙе, Верхнеурал өйәҙе һәм Ырымбур өйәҙе башҡорттары хәрби хеҙмәтте Башҡорт атлы полкында үтә.

Әҙәб.: Азнабаев Б.А. Интеграция Башкирии в административную структуру Российского государства (вторая половина XVI — первая треть XVIII вв.). Уфа, 2005.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика