“БАШҠОРТОСТАН АУЫЛДАРЫ ТАРИХЫ” (“История сёл и деревень Башкортостана”), Ә.З.Әсфәндиәровтың монографияһы. Хеҙмәт үҙәк һәм урындағы архивтар, төрлө сығанаҡтар һәм әҙәбиәт [“Башҡортостан тарихы буйынса материалдар”, “Көньяҡ Урал археографик йыйынтығы” (“Южноуральский археографический сборник”), рәүиз мәғлүмәттәре, халыҡ иҫәбен алыу материалдары һ.б.] нигеҙендә яҙылған; 16 б. уртаһы — 20 б. башы Башҡортостандың торама пункттары тарихы ҡаралған. 10 китаптан тора (Өфө, 1990—2002). Торама пункттар этник билдә б‑са айырылған, башҡорттар үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған ауылдар айырым төркөмдәргә бүлеп күрһәтелгән. Тасуирлама нигеҙендә өйәҙ терр‑яһын улустарға бүлеү ята, 19 б. 1‑се ярт. кантон һәм йорт идаралыҡтары иҫәпкә алынған; ауылдарға нигеҙ һалыу ваҡыты, уларҙа йәшәгән айырыуса билдәле кешеләрҙең, ш. иҫ. тәүге төпләнеүселәрҙең шәжәрәләре, ауыл исемдәре этимологияһы, этник составын күрһәтеп хужалыҡтар һәм йәшәүселәр һаны, башҡорттарҙың күсеп йөрөү райондары, халыҡ хужалығы торошо һәм халыҡ шөғөлдәре һ.б. т‑да статистик мәғлүмәттәр бирелгән. Баҫмала карталар, фотографиялар, документтар, ҡайһы бер китаптарҙа геогр. һәм библиографик белешмәләр һ.б. бар. 1‑се китапҡа Башҡортостандың административ-территориаль ҡоролошо, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы, тәүге ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе, халыҡ иҫәбе һ.б. хаҡында “Башҡорттар тураһында дөйөм мәғлүмәттәр” бүлеге, 5‑се китапҡа “18—19 бб. Көнбайыш Башҡортостандағы ассимиляция процестарының сәбәптәре” мәҡ. индерелгән. 8‑се һәм 10‑сы китаптар (икеһе лә К.М.Әсфәндиәрова м‑н авторҙашлыҡта) РФ‑тың Свердловск, Пермь, Һарытау һәм Һамар өлк. башҡ. торама пункттары т‑дағы мәғлүмәттәрҙән тора. 8‑се китапта Пермь башҡорттары һәм Урал аръяғы башҡорттары, уларҙың керҙәштәре, 10‑сы китапта Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән торама пункттар т‑да материалдар бирелгән; уға ш. уҡ “Һарытау һәм Һамар башҡорттары (килеп сығышы, урынлашыуы, идара ителеше, хужалығы)”, “Башҡорттарҙа ғаилә-никах мөнәсәбәттәре” тигән бүлектәр индерелгән. Монография һәм Әсфәндиәровтың башҡа хеҙмәттәре БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лайыҡ була (2007).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика