“БАШҠОРТОСТАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ”, ғилми‑производство журналы. БАССР‑ҙың А.х. министрлығы органы. Өфөлә 1955—62 йй. айына 1 тапҡыр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға. Журнал биттәрендә ауыл хужалығының көнүҙәк проблемалары, производство алдынғыларының тәж. яҡтыртыла, а.х. фәне ҡаҙаныштары т‑да материалдар, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуаптар, белгес кәңәштәре һәм консультациялары баҫыла. Мөхәррирҙәре: С.А.Байтүрин (1955), З.Ю.Вахитов (1955—62).

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика