“БАШҠОРТОСТАН АССР‑Ы ЭШСЕ‑КРӘҪТИӘН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ЗАКОН ҺӘМ БОЙОРОҠТАР ЙЫЙЫНТЫҒЫ” (“Собрание законов и распоряжений рабоче-крестьянского правительства БАССР”), Халыҡ комиссарҙары советы эштәре идаралығы баҫмаһы. Өфөлә төрлө даимилыҡ м‑н 1923 й., 1928—31 йй. урыҫ телендә “БАССР эшсе һәм крәҫтиән хөкүмәтенең ҡарарҙар һәм бойороҡтар йыйынтығы” (“Собрание узаконений и распоряжений рабочего и крестьянского правительства БАССР”) исеме, 1936—38 йй. “БАССР эшсе‑крәҫтиән хөкүмәтенең закон һәм бойороҡтар йыйынтығы” (“Собрание законов и распоряжений рабоче‑крестьянского правительства БАССР”) исеме м‑н; 1928 й., 1929 й., 1936—38 йй. башҡ. телендә сыға. Бөтә башҡ. Советтар съезы, Башҡ‑н ҮБК, ХКС ҡарарҙары һәм бойороҡтары, халыҡ комиссариаттары, респ. сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф, элемтә, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа һ.б. мәсьәләләр б‑са үҙәк идаралыҡтары бойороҡтары баҫылған.

А.Й.Зарипов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика