“БАШҠОРТОСТАН АРТЕГЫ”, балалар шифахана-һауыҡтырыу лагеры. Бөрө р‑нында, Бөрө т. юл ст. 110 км алыҫлыҡта Шәмсетдин күле эргәһендә урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра –14°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19°С). 2006 й. “Шәмсетдин күле” балалар шифахана-һауыҡтырыу лагеры булараҡ асыла, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Тын алыу һәм аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары булған 7—14 йәшлек балаларҙы һауыҡтырыу өсөн тәғәйенләнгән. Йыл әйләнәһенә эшләй, 170 урынға иҫәпләнгән (2011). Бальнеотерапия, дауалау физкультураһы, диетотерапия, физиотерапия һ.б. ҡулланыла. Урта дөйөм белем биреү мәктәбе программаһы б‑са балаларҙы уҡытыу алып барыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

“Башҡортостан Артегы” шифахана-һауыҡтырыу лагеры. Ашхана

Яндекс.Метрика