БАШҠОРТОСТАН АГРОCӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫ КАДРҘАРЫН ЯҢЫНАН ӘҘЕРЛӘҮ ҺӘМ УЛАРҘЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ, өҫтәмә проф. белем биреү учреждениеһы. 1992 й. Өфөлә Башҡ‑н АСК м‑н идара итеү мәктәбе һәм БАХИ‑ның квалификация күтәреү ф‑ты нигеҙендә асыла, 2011 й. алып Аграр университеттың Өҫтәмә проф. белем биреү институты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: АСК етәкселәрен һәм белгестәрен, дәүләт хеҙм‑рҙәрен, эшләмәгән кешеләрҙе һәм эшһеҙ белгестәрҙе яңынан проф. әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү (19 ғилми йүнәлеш, 53 уҡыу программаһы); практик һәм консультация эшмәкәрлеге; ғилми-техник һәм тәжрибә-эксперименталь эштәр, программалар һәм проекттарға фәнни экспертизалар үткәреү һ.б. Көндөҙгө һәм көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу формалары бар. Институт составында 4 каф., уҡытыу-методика бүлеге, тоҡомло малсылыҡ б‑са мәғлүмәт- консультация үҙәге, мәғлүмәт-иҫәпләү үҙәге, проф. бухгалтерҙар һәм хеҙмәтте һаҡлау б‑са уҡытыу-методика үҙәктәре. Китапханаһы, спорт-һауыҡтырыу комплексы һ.б. бар. 52 уҡытыусы араһында 1 Рәсәй а.х. фәндәре акад. мөхбир ағзаһы һәм БР ФА акад., 7 ф. д‑ры һәм 11 канд. (2008). Йыл һайын 5,6 меңдән ашыу уҡыусы белем ала. Милли проекттар эшләүҙә, ш. иҫ. “Уралитэ” пр‑тиеһының (Өфө) БР‑ҙа һыйыр малының итле тоҡомдарын үрсетеү проектында, ҡатнаша. БР һәм РФ вуздары м‑н хеҙмәттәшлек итә. 60‑тан ашыу монография һәм уҡыу әсбабы баҫылған. Ректорҙары: Т.С.Биккенин (1992 й. алып), И.С.Түлебаев (1996 й. алып), Ф.Ә.Ғайсин (1997 й. алып), Ф.Х.Сиражетдинов (2002 й. алып); дир. — Р.Р.Мирсаяпов (2012 й. алып).

Ф.Х.Сиражетдинов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика