“БАШҠОРТОСТАН АВИАЛИНИЯЛАРЫ”, авиакомпания (“БАЛ”), ААЙ. Һауа транспорты м‑н пассажирҙар һәм йөк ташый, ш. уҡ халыҡҡа авиамед. хеҙмәте күрһәтә, авария-ҡотҡарыу, янғынға ҡаршы көрәш эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Самолёттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн ангар комплексы бар. Ту‑154М, Ту‑134 пассажир самолёттарын, Ми‑8 вертолёттарын файҙалана. РФ б‑са, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә рейстар яһай. 2006 й. 1000‑дән ашыу кеше эшләгән.

Авиакомпания тарихы 1933 й. Өфөлә а.х. авиацияһы ойошторолғандан һуң башлана. 1934 й. алып Урал (1946 й. башлап Волга) граждан һауа флоты идаралығының 209‑сы Башҡ‑н авиаотряды, 1952 й. — махсус ҡулланылыштағы 172‑се Башҡ‑н авиаотряды, 1962 й. — Волга буйы граждан авиацияһы идаралығының Өфө берләшкән авиаотряды. 1991 й. башлап “БАЛ” дәүләт пр‑тиеһы, 1999 й. уның нигеҙендә “Б.а.” ДУП‑ы («“Өфө” халыҡ-ара аэропорты» ДУП‑ы м‑н бер рәттән) ойошторола, 2003 й. алып бөгөнгө исемдә, 2004 й. — ФДУП, 2006 й. хәҙ. статусын ала. “Б.а.” м‑н Ф.Ш.Үтәшев эшмәкәрлеге бәйле.

Г.А.Кондратьев, Н.Ғ.Ризуанов, В.Е.Текферд

Тәрж. Ә.Ф.Ҡарағужина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика