БАШҠОРТТАРҘЫҢ ЙӘМӘҒӘТ БЕРЕКМӘЛӘРЕ, башҡ. милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолғандар. БР-ҙа, РФ субъекттарында һәм сит илдәрҙә бар (ҡара: 1, 2 табл.).

Б.й.б. ватандаштарҙың осрашыуҙарын, башҡ. мәҙәниәте көндәре, ҡоролтайҙар, мосолман байрамдары, һабантуйҙар, конкурстар (“Һылыуҡай” һ.б.), фестивалдәр (“Дуҫлыҡ”, Силәбе өлк.) үткәреүҙә; тыуған яҡты өйрәнеү, ғилми конф. (“Рәсәй— Башҡортостан”; Барнаул ҡ., 2005—07 йй.; “Салауат Юлаев — Көньяҡ Уралда 1773—1775 йй. Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе”; Силәбе ҡ., 2004 й.) материалдарын туплауҙа; тарих, тыуған яҡты өйрәнеү б‑са әҙәбиәтте [“Тау власы һәм 18 быуат башҡорттары” (“Горная власть и башкиры 18 века”; Екатеринбург ҡ., 2007 й.)] баҫтырыуҙа һәм һәйкәлдәр асыуҙа (2006 й. Силәбе өлк. “Увильды” шифаханаһы биләмәһендә һәм 2008 й. Красноуфимск, Лянтор ҡҡ. — Салауат Юлаевҡа; 2007 й. — Лейпциг ҡ. Ватан һуғышында (1812) ҡатнашҡан башҡ. яугирҙарына); халыҡ һөнәрселеген тергеҙеүҙә һәм фольклор коллективтарын ойоштороуҙа; башҡорт телен һаҡлауҙа, башҡ. урта һәм йәкшәмбе мәктәптәрен асыуҙа, урта мәктәптәрҙең айырым кластарында башҡ. телен уҡытыуҙы ойоштороуҙа (Ҡурған өлкәһендә, Силәбе өлкәһендә, Ырымбур өлкәһендә һ.б.) һ.б. ҡатнаша. Ҡурған өлк. Б.й.б. тарафынан “Замандаш”, “Ҡурай” (Ҡурған ҡ., 2001 й. алып), Ырымбур өлк. — “Каруанһарай”, Пермь крайында — “Пермь башҡорттары”, Һамар өлкәһендә — “Ырғыҙ”, Һарытау өлкәһендә — “Һарытау башҡорттары”, Татарстан респ. — “Беҙ — башҡорттар” (Яр Саллы ҡ., 2002 й. алып) гәз., Томск өлк. — “Ялҡын” ж. (Томск ҡ., 2003 й. алып), Силәбе өлк. — “Арғужа” (Арғаяш р‑ны Арғаяш а., 2002 й. алып), “Мираҫ”, “Уралым”, Ямал‑Ненец авт. округында “Милләт нуры” гәз. нәшер ителә. Германияла “Бер туған” ж. сығарыла.

Р.З.Ғәйфуллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

 

 

Яндекс.Метрика