БАШҠОРТТАРҘЫҢ АҪАБАЛЫҠ ХОҠУҒЫ, аҫаба башҡорттарҙың ер биләү, ерҙе файҙаланыу һәм ергә хужа булыу тәртибен көйләүсе хоҡуҡи нормалар йыйылмаһы. Боронғо йола хоҡуғы нормаларына барып тоташа. Б.а.х. башҡорт йәмғиәте эсендә (ҡара: Социаль структура), аҫаба башҡорттар м‑н дәүләт, аҫаба башҡорттар м‑н төрлө категориялы күсеп килеүселәр (ҡара: Керҙәштәр) араһындағы ер мөнәсәбәттәрен көйләй. Башҡ. общинаһы (тәүҙә ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе, һуңынан терр. берләшмә) ерҙең коллектив хужаһы була. Формаль рәүештә общинаның һәр ағзаһы община (вотчина, улус, ауыл) ерҙәрен биләүгә һәм унан файҙаланыуға тиң хоҡуҡҡа эйә була, ғәмәлдә күсмә хужалыҡ (ҡара: Күсмә тормош) шарттарында ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу мал һанына бәйле була һәм ырыу‑ҡәбилә аҡһөйәктәре (бейҙәр, кенәздәр, мырҙалар, тархандар, хандар) тарафынан көйләнә. Ергә милекселек хоҡуғы йәйләү, көтөүлек маршруттарына етәкселек итеү формаһында үҫешә. Община ер биләүселеге сиктәрендә сәсеүлек, урман, айырыуса солоҡ (ҡара: Солоҡсолоҡ), балыҡ тотоу һ.б. биләмәләр (ҡара: Ер бүлеме) м‑н индивидуаль файҙаланыу барлыҡҡа килә. Яһаҡ түләү (яһаҡ түләүҙе башҡорттар үҙҙәренең ергә хоҡуҡтарының гарантияһы тип иҫәпләй) һәм хәрби хеҙмәт (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) Б.а.х. шарты һанала. 13 б. — 16 б. тәүге ярт. башҡорттар үҙҙәре ингән дәүләт берләшмәләре (Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы) файҙаһына яһаҡ түләй һәм хәрби хеҙмәт үтәй. Риүәйәттәргә, шәжәрәләргә һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, башҡорттар Алтын Урҙа хакимдарынан айырым башҡ. ҡәбиләләренең һәм ырыуҙарының аҫаба ерҙәренең һаҡланыуын гарантиялаған ярлыҡтар ала. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Б.а.х. юридик яҡтан жалованный грамоталарҙа нығытыла. 17—19 бб. Б.а.х. ҡануниәт акттарында (Собор уложениеһы, 1664 й., 1694 й. һ.б. Өфө воеводаларына наказдар, 1734 й. 31 майындағы, 1735 й. 20 апр., 1736 й. 11 февр., 1739 й. 20 авг., 1754 й. 16 мартындағы, 1755 й. 1 сент., 1869 й. 10 февр., 1832 й. 10 апр. указдар һ.б.) бер нисә тапҡыр раҫлана. Генераль ыҙанлау һәм Махсус ыҙанлау барышында башҡорт аҫаба ерҙәрен ыҙанлау Б.а.х. иҫәпкә алып үткәрелә. Б.а.х. һаҡлап ҡалыу һәм 1917 й. тартып алынған аҫаба ерҙәрен ҡайтарып биреү зарурлығы Башҡорт милли хәрәкәте идеологияһының төп фекере була, Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары резолюцияларында иғлан ителә. Б.а.х. 1917 й. 27 окт. Ер т‑да декрет м‑н бөтөрөлә.

Әҙәб.: Демидова Н.Ф. Землевладение и землепользование в Уфимском уезде XVI—XVIII вв. //Ежегодник по аграрной истории Восточной Европы. Минск, 1964.

А.И.Аҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика