“БАШҠОРТОСТАН”, телерадиотапшырыуҙар компанияһы, ДУП. Ойоштороусылары — БР Дәүләт милке м‑н идара итеү б‑са дәүләт ком‑ты һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. 2001 й. нояб. ойошторола. Мәғлүмәт йыйыу, эшкәртеү, анализлау, теле‑ һәм радиотапшырыуҙарҙы, кино‑, видео‑ һәм аудиопродукцияны ҡабул итеү, трансляциялау, эшләү һәм күбәйтеү, ваҡиғалар барған урындан телерадиотрансляция һәм репортаждар ойоштороу һ.б. м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составына “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” (“БЮТ”), “Ҡурай” телеканалы, “Тамыр” балалар телеканалы (ҡара: Телевизион тапшырыу), “Ашҡаҙар”, “Юлдаш” һәм “Спутник 107 ФМ” радиостанциялары (ҡара: Радио тапшырыу) инә.

Тәрж. Р.Р.Мәһәҙиева

Текст на русском языке