БАШҠОРТОСТАН”, телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы, “Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы” ФДУП‑ы филиалы. Мәғлүмәт материалдарын йыйыу, эшкәртеү, анализлау, теле- һәм радиотапшырыуҙарҙы, кино-, видео- һәм аудиопродукцияны ҡабул итеү, трансляциялау, эшләү һәм күбәйтеү, ваҡиғалар барған урындан телерадиотрансляция һәм репортаждар ойоштороу һ.б. м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составына “Ватан”, “Рәсәй радиоһы. Башҡортостан”, “Вести FM. Өфө”, “Маяк радиоһы. Өфө” интернет‑радиолары, “Рәсәй 1. Башҡортостан”, “Рәсәй 24. Башҡортостан”, “Рәсәй—Мәҙәниәт. Башҡортостан”, “Башҡортостан 24” телеканалдары инә.

1927 й. Өфө радиотапшырыуҙар компанияһы булараҡ ойошторола, 1934 й. алып БАССР ХКС‑ының Радиотапшырыуҙар ком‑ты, 1935 й. — БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Респ. радиолаштырыу ком‑ты, 1949 й. — БАССР МС‑ы эргәһендәге Радиомәғлүмәт ком‑ты, 1953 й. — БАССР Мәҙәниәт министрлығының Радиомәғлүмәт бүлеге, 1957 й. — БАССР МС‑ы эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑ты, 1963 й. — БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑ты, 1970 й. — БАССР МС‑ы эргәһендәге ТВ һәм радиотапшырыуҙар ком‑ты, 1978 й. — БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты ҡарамағында була. 1991 й. башлап “Б.” ДТРК; 1998 й. алып ФДУП, 2005 й. хәҙ. статусын ала. “Б.” м‑н Ә.Ғ.Абдразаҡов, Ғ.Х.Бикбулатов, А.Ә.Вәлиева, Ғ.В.Ғөзәйеров, Н.Ғ.Ғәләүетдинова, Р.С.Кәримова, С.Х.Суҡбаев, Р.Ф.Сәрүәрова, Л.Ф.Фәйзуллина, Р.П.Шабалина, Ғ.Ғ.Әмиров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Текст на русском языке