Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/1712.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/1712.jpg'

БАШҠОРТТАР (үҙ атамаһы — башҡорт), халыҡ, Башҡортостан Республикаһының төп халҡы. Б. һаны 1989 й. СССР‑ҙа — 1449,2 мең кеше, РСФСР‑ҙа — 1345,3 мең, БАССР‑ҙа — 863,8 мең; 2002 й. РФ‑та — 1673,4 мең, БР‑ҙа — 1221,3 мең (ҡара: табл.); 2010 й. РФ‑та — 1584,6 мең, БР‑ҙа — 1172,3 мең. Рәсәйҙән ситтә Б. (1989 й. мәғлүмәттәре б‑са; мең кеше) Ҡаҙағстанда  41,8; Үзбәкстанда  34,8; Украинала  7,4; Тажикстанда — 6,8; Төрөкмәнстанда — 4,7; Ҡырғыҙстанда — 4,1 һ.б. дәүләттәрҙә йәшәй (ҡара: Башҡорт диаспоралары).

Б. теле алтай телдәре ғаиләһенең төрки телдәр төркөмөнөң көнбайыш тармағына ҡарай (ҡара: Башҡорт теле), киң тармаҡланған диалекттар системаһы бар (ҡара: Башҡорт теленең диалекттары). Күбеһе урыҫ телен, бер өлөшө мари телен, сыуаш телен, татар телен, удмурт телен һ.б. телдәрҙе белә. Диндар башҡорттар — мосолман‑сөнниҙәр (ҡара: Ислам, Сөнниселек).

Б. составында этнографик төркөмдәр (төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ- көнбайыш), этник төркөмдәр (ҡара: Кама‑Ыҡ башҡорттары, Пермь башҡорттары, Урал аръяғы башҡорттары, Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары, Ырымбур башҡорттары), этник ҡатлам төркөмдәре (ҡара: Мишәрҙәр, Типтәрҙәр) айырып йөрөтөлә. Б. раса составы (ҡара: Расогенез) бер төрлө түгел, уға европеоид һәм монголоид расалары ҡушылыуы хас (ҡара: Антропологик типтар).

“Башҡорт” этнонимының төрлө телдәрҙә 160 төрлө яҙылышы һәм яҡынса 40 төрлө аңлатмаһы бар. Ҡайһы бер халыҡтар, ш. иҫ. ҡаҙаҡтар, Б. иштәктәр тип йөрөтә. Б. этногенезы проблемаһы б‑са төрлө теориялар йәшәп килә: башҡорттарҙың килеп сығышының фин‑уғыр теорияһы (Д.Месарош, В.Н.Татищев, С.А.Токарев, Д.А.Хвольсон, А.Л.Шлёцер һ.б.) һәм башҡорттарҙың килеп сығышының төрки теорияһы (В.В.Вельяминов- Зернов, В.Н.Витевский, П.С.Назаров, Д.Н.Соколов, В.М.Флоринский һ.б.). Башҡорттарҙың килеп сығышының иран теорияһы ла билдәле. 20 б. С.И.Руденко, Рәил Ғ.Кузеев, Н.К.Дмитриев, Ж.Ғ.Кейекбаев һ.б. тикшеренеүҙәрендә Б. килеп сығышында һәм уларҙың этномәҙәни йөҙө формалашыуҙа (ҡара: Этник процестар) фин‑уғыр (ҡара: Фин‑уғыр ҡәбиләләре) һәм сармат‑алан (ҡара: Һинд‑иран ҡәбиләләре) халыҡтары ҡатнашлығында Көньяҡ Себер һәм Үҙәк Азия сығышлы боронғо төрки ҡәбиләләрҙең хәл иткес роль уйнауы т‑дағы ҡараш нигеҙләнә (ш. уҡ ҡара: “Башҡорттар: Этнологик монография тәжрибәһе”, “Башҡорт халҡының килеп сығышы: этник составы, урынлашыу тарихы”).

Б.э. 1‑се мең йыллығы аҙ. ҡарай Б. көнбайышта Волга й. алып һәм көнсығышта Тубыл й. тиклем, көньяҡта Илек һәм Урал йй. башлап төньяҡта Кама һәм Сылва йй. тиклемге ерҙәрҙә урынлаша (ҡара: Башҡортостан) һәм төрлө дәүләттәр составына инә (ҡара: Дәшти Ҡыпсаҡ, Төрки ҡағанаты, Хазар ҡағанаты, Волга буйы Болғары, Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы). 16 б. 2‑се ярт. Б. Мәскәү батшалығына инә (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Дәүләт хәрби хеҙмәт (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) һ.б. йөкләмәләрҙе үтәү, яһаҡ һ.б. һалымдарҙы түләү шарты м‑н башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы, урындағы үҙидараһы (ш. уҡ ҡара: Йыйын, Ҡоролтай), традицион йолалары, байрамдары һ.б., дин тотоу ирке һаҡланыуын гарантиялай. Колониялаштырыуҙың көсәйеүе, һалымдар үҫеүе һәм йөкләмәләр һанының артыуы, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренең тартып алыныуы (ҡара: Ер сәйәсәте, Ер биләү, Ерҙе файҙаланыу), урындағы үҙидараның сикләнеүе башҡорт ихтилалдарына (17—18 бб.) сәбәп була. Төбәктең башҡа халыҡтары м‑н бергә Б. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнаша. 1798—1865 йй. Б. хәрби хеҙмәтле ҡатламдарға (ҡара: Башҡорт полктары, Башҡорт ғәскәре, Идара итеүҙең кантон системаһы) ҡарай. 19 — 20 б. башында Б. һаны арта (1897 й. ҡарай 1311 мең кеше), мәғариф, мәҙәниәттең артабанғы үҫеше күҙәтелә.

Революциянан (1917) һуң Б. автономия төҙөү өсөн көрәш башлай (ҡара: Башҡорт милли хәрәкәте). 1922 й. Оло Башҡортостан ойошторолғандан һуң, Б. күп өлөшө унан ситтә ҡала (ҡара: Туҡ‑Соран кантоны, Ялан кантоны). 1926 й. аҙ. ҡарай Б. һаны революцияға тиклемге осор м‑н сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек кәмей һәм СССР‑ҙа 714 мең кеше тәшкил итә, БАССР‑ҙа — 584,8 мең (ҡара: Халыҡ иҫәбен алыу): Граждандар һуғышы, ҡоролоҡ һәм аслыҡ эҙемтәләре үҙен һиҙҙерә. Б. һаны артыуына сәйәси репрессиялар, Бөйөк Ватан һуғышы кире йоғонто яһай. Б. бер өлөшө урыҫтар, татарҙар тарафынан ассимиляциялана (ҡара: Ассимиляция). Халыҡ һанының революцияға тиклемге кимәленә тик 1989 й. ҡарай өлгәшелә. Б. башҡа төбәктәргә миграцияһы күҙәтелә (ҡара: Халыҡ миграцияһы): 1926 й. — дөйөм һандың 18%‑ы, 1959 — 25,4%‑ы, 1989 — 40,4%‑ы. Эш урындары етешмәү һәм уңайһыҙ соц. шарттар булыу сәбәпле, нигеҙҙә, көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ райондарҙан халыҡ күсеп китә. Һуңғы йылдарҙа Б. Урта Азия, Ҡаҙағстан һ.б. төбәктәрҙән ҡайтыу тенденцияһы (1992—96 йй. 4904 кеше) күҙәтелә. Б. соц.‑демографик структураһында эшселәр синыфы, интеллигенция, инженер‑техник хеҙм‑рҙәр һаны арта (ҡара: Демография). Урбанизация процесы ҡала халҡының 1938 й. 5,8%‑тан 2002 й. ҡарата 42,4%‑ҡа тиклем артыуына килтерә. Ҡалаларҙа Б. һаны 518 мең кеше тәшкил итә, ш. иҫ. Өфөлә — яҡынса 155; Стәрлетамаҡта — 41; Нефтекамала — 34; Сибайҙа — 29; Салауатта — 28; Ишембайҙа — яҡынса 20; Мәләүездә — 17 мең.

Хужалыҡта төп урынды тотҡан малсылыҡ, ш. уҡ игенселек, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ (ҡара: Хужалыҡ-мәҙәни типтар) Б. традицион шөғөлдәре була. Нигеҙҙә, йылҡы, һарыҡ, аҙыраҡ һыйыр, кәзә аҫрайҙар, дөйә тоталар. Б. тары, бойҙай, һоло, арпа үҫтерә. Төрән, һабан, һуҡа төп ер эшкәртеү ҡоралдары була. 18 б. аҙ. — 19 б. башында Башҡортостанда 3 хужалыҡ-мәҙәни төбәк барлыҡҡа килә: игенселек (төньяҡ‑көнбайыш һәм төньяҡ Б.), игенселек-малсылыҡ (төньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ‑көнбайыш), малсылыҡ (Урал аръяғы, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш). Күсмә хужалыҡ (ҡара: Күсмә тормош) ихтыяждарына ярашлы һөнәрҙәр: мал сеймалын эшкәртеү (ҡара: Күн эше, Кейеҙ баҫыу, Тула баҫыу), ағас эшкәртеү (ҡара: Туҙҙан эшләнгән өй‑кәрәк ярағы, Ағастан эшләнгән өй‑кәрәк ярағы), туҡыусылыҡ, үреү һ.б. билдәләнә. Б. урман кәсептәре, поташ етештереү (ҡара: Поташ заводтары) м‑н шөғөлләнгән, суйын, тимер, баҡыр иреткән (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр), алтын (ҡара: Приискылар һәм рудниктар), көмөш һ.б. ятҡылыҡтарҙы эшкәрткән, тоҙ сығарған (ҡара: Тоҙ кәсептәре). Күсмә тормош шарттарында Б. бер нисә торамаһы була (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре). Ҡышлау урындарында ултыраҡ тормошҡа күсеү барышында даими торамалар — ауылдар — барлыҡҡа килә. Оҙаҡ ваҡыт төп торлаҡ төрө булып рәшәткәле йыйылма ағас каркаслы кейеҙ тирмә ҡала килә. Ер, саман һәм бурап яһалған ҡоролмалар билдәле була.

19—20 б. башында бүрәнә өйҙәр өҫтөнлөк итә. Хужалыҡ ҡаралтылары (ҡара: Йортҡаралты) төрлө була.

Б. кейеме, бөтә матди мәҙәниәт кеүек үк, дала күскенселәре һәм ерле ултыраҡ ҡәбиләләр традициялары ҡатнашмаһын сағылдыра. Уны әҙерләү өсөн күн, тире, йөн, аҡ һәм биҙәкле киндер, ебәк туҡымалар ҡулланылған (ҡара: Башҡорт кейеме). Ҡатын‑ҡыҙ биҙәүестәре көмөш, мәрйен, ҡабырсаҡ, таштар, сәйлән, тәңкә һ.б. ҡулланып эшләнгән (ҡара: Традицион биҙәүестәр). Б. туҡланыу нигеҙен ит һәм һөт ризыҡтары, ш. уҡ ярмалар тәшкил иткән (ҡара: Башҡорт аш‑һыуы). Кейек, балыҡ, бал, ашарға яраҡлы үлән тамырҙары, үләндәр, емеш-еләк аш‑һыуҙы төрләндергән. Айран, бал, буҙа, ҡымыҙ һ.б. эсемлектәр киң ҡулланылған. Башҡорттарҙың туғанлыҡ принцибына (ҡара: Туғанлыҡ системаһы) ҡоролған күп баҫҡыслы ырыу‑ҡәбилә ҡоролошоноң (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо) төп өлөштәре булып ырыу‑ҡәбилә берләшмәләре, ҡәбилә, ырыу, ырыу бүленештәре (ш. уҡ ҡара: Аймаҡ, Ара, Ил, Түбә, Ырыу) торған. Б. ғаилә общинаһы әллә ни ныҡлы булмаған, уға ингән никахлы парҙар хужалыҡ итеүҙә ниндәйҙер кимәлдә үҙаллылыҡҡа эйә булған (ҡара: Ғаилә, Ғаилә‑никах мөнәсәбәттәре). Никах ҡоҙалау б‑са ғәмәлгә ашырылған, ҡыҙ урлау осраҡтары ла булған. Никах мөнәсәбәттәрендә левират һәм сорорат һаҡланған. Мөлкәтте мираҫ итеү минорат б‑са булған. Туй йолаларында кәләш йәшереү, сеңләү йолалары һ.б. айырылып тора.

Ижт. тормоштоң мөһим ваҡиғалары һәм традицион байрамдар яҙ‑йәй үткәрелгән (йыйын, ҡарғатуй, һабантуй һ.б.). Б. йыл иҫәбе ун ике йыллыҡ мөсәл хисабы б‑са алып барылған. Йыл башы яҙға тура килгән (ҡара: Халыҡ календары, Науруз). Ислам м‑н бергә мосолман календары ҡабул ителгән (ҡара: Һижрәт), ул 18 б. алып православие календары м‑н бергә ҡулланылған. Хужалыҡ‑көнкүреш тәртибе м‑н тығыҙ бәйле булған метрология (ҡара: Традицион башҡорт үлсәмдәре) йәшәп килгән (оҙонлоҡ, бейеклек, ауырлыҡ, күләм үлсәмдәре). Алыш‑биреш иткәндә мал, ҡиммәтле йәнлек тиреләре эквивалент булған, башҡа дәүләттәрҙән, 16 б. 2‑се ярт. башлап Рәсәй дәүләтенән ингән аҡсалар ҙа әйләнештә йөрөгән. Б. космогоник ҡараштарында ҡояш үҙәк урынды биләгән, ай ҙа ихтирам ителгән. Ергә, һыуға, күккә, йондоҙҙарға табынғандар (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар). Боронғо ғөрөф‑ғәҙәттәр һәм йолалар үҙгәрештәргә бирелеп, яйлап мосолман ғөрөф- ғәҙәт һәм йолалары м‑н ҡушылған. Б. ауыҙ‑тел ижадында “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Алпамыша менән Барсынһылыу” һ.б. эпостар төп урынды биләй. Әкиәт фольклоры героик, тылсымлы, көнкүреш әкиәттәренән тора. Б. эпик, лирик, көнкүреш йырҙарына шиғыр һәм көй үҙенсәлектәре (ҡара: Халыҡ музыкаһы), бейеүҙәренә пантомима элементтары, ҡатмарлы сюжет структураһы (ҡара: “Байыҡ”, “Перовский”) хас. Б. халыҡ ижады традициялары проф. сәнғәт һәм әҙәбиәт нигеҙенә ята. Биҙәү‑ҡулланма сәнғәте художество- һүрәтләү сараларының күп төрлөлөгө, композицион алымдар камиллығы, орнаменттың тасуирилығы м‑н һыҙатлана. Аппликация, сигеү, бәйләү, кейеҙ, ағас, таш, күн, металл, буҫтауҙы художестволы эшкәртеү киң үҫеш ала. 1980‑се йй. аҙ. район һәм ҡалаларҙа халыҡтың үҙенсәлеген һаҡлау, башҡ. теленең функцияларын киңәйтеү, мәҙәниәтте үҫтереү б‑са ҙур эш башҡарған милли‑мәҙәни үҙәктәр барлыҡҡа килә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары (конгрестары) халыҡтың артабан тупланыуына, уның сәйәси һәм этномәҙәни яңырыуына булышлыҡ итә. Б. тупланып йәшәгән урындарҙа төбәк ҡоролтайҙары (Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы) ойошторола. Өфөлә “Урал” башҡ. халыҡ үҙәге, Башҡорт йәштәре иттифағы, “Аҡ тирмә” Бөтә башҡ. милли‑мәҙәни үҙәге, Башҡорт ҡатын‑ҡыҙҙары йәмғиәте һ.б. эшләй.

Әҙәб.: Бикбулатов Н.В. Башкиры //Народы Поволжья и Приуралья. М., 1985; Башкиры: этническая история и традиционная культура. Уфа, 2002; История башкирского народа: в 7 т. М.; Уфа, 2009—2012.

Н.В.Бикбулатов, М.В.Мырҙабулатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

 

Яндекс.Метрика