“БАШҠОРТОСТАН”, софтбол б‑са спорт клубы. 1987 й. махсус стадионы булған Өфө р‑нының Николаевка урта мәктәбендә асыла. “Б.” командаһы — Б төркөмөндә Европа илдәре кубоктары кубогын яулаусы (1999), Рәсәй чемп. (1991), Рәсәй Кубогын яулаусы (1994, 1997—98), Мәскәү, Тирасполь (1991), Луганск (1999) ҡҡ. халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе, Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1992, 1995, 1998) һәм бронза (1993—94, 1996—97, 1999) призёры, Рәсәй Кубогының көмөш (1992, 1996, 2001) һәм бронза (1999) призёры, Рәсәй олимпиада ком‑тының “Фэйр Плэй” (“Ғәҙел уйын”, 1999) махсус призын яулаусы. Клуб тәрбиәләнеүселәре араһында И.Ю.Полецкова, А.Р.Уйылданова, ш. уҡ 40‑тан ашыу Рәсәй спорт мастеры. “Б.” м‑н тренер В.В.Маклаков эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика