БАШҠОРТОСТАНДЫҢ УРАЛ АРЪЯҒЫ, БР‑ҙың көнсығыш сиге буйлап тар һыҙат булып һуҙыла. Көнбайыш тәбиғи сиктәре: Уралтау һырты (Белорет ҡ. киңлегенә тиклем), Ҡырҡтытау, Ирәндек, Һаҡмар й. үҙәне. Майҙаны яҡынса 17 мең км2. Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш ҡабырғаһына тура килә. Өҫтө көнсығышҡа табан дөйөм һөҙәкләнә, был Магнитогорск мегасинклинорийының ваҡ йыйырсыҡтар, өҙөк урындар һәм интрузиялар м‑н ҡатмарланған ҡабырғаһының көнбайыштан көнсығышҡа табан дөйөм түбәнәйеүенә бәйле. Терр‑я палеозойҙың ордовиктан карбонға тиклемге ултырма‑вулканоген (диабаз, диабаз порфирит, риолит, ҡомташ, аргиллит, йәшмә һ.б.) һәм интрузив (гранит, диорит, пироксенит, перидотит һ.б.) тоҡомдарынан тора. Рельефы денудацион, көнбайышта — уртаса һәм тәпәш тауҙар, көнсығышта — тигеҙлек һәм убалы тауҙар теҙмәһе. Ер аҫты файҙалы ҡаҙылмаларға бай: баҡыр колчеданы мәғдәндәре (Октябрьск, Подольск, Сибай, Учалы, Юбилейный ятҡылыҡтары), марганец мәғдәндәре (Күсем ятҡылығы) һәм хром мәғдәндәре (Красов ятҡылығы), мәғдәнле (Миндәк һәм Муртыҡты ятҡылығы) һәм һибелмә алтын, йәшмә (Наурыҙ ятҡылығы). Климаты формалашыуға терр‑яның Урал тауҙары “тотҡарлыҡ күләгәһендә” ятыуы, Ҡаҙағстан һәм Урта Азиянан килгән себер континенталь һәм үҙгәреүсе тропик һауа массаларының үтеп инеүе йоғонто яһай. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары төньяҡ өлөшөндә 350—400 мм, көньяғында — 270—300 мм. Ҡыш һалҡын һәм аҙ ҡарлы, ғин. уртаса т‑ра −16°С; йәй йылы һәм ҡоро, июлдә уртаса т‑ра 18—21°С, ҡоролоҡ һәм ҡыуан елдәр йыш була (йылына 14—15 көн). Гидрографик селтәрҙе Оло Ҡыҙыл, Һаҡмар, Таналыҡ һ.б. ҡушылдыҡтары м‑н Урал й.; Уй й.; Өргөн, Мауыҙҙы, Мулдаҡкүл, Сыбаркүл, Атауҙы, Талҡаҫ, Күлтабан һ.б. күлдәр барлыҡҡа килтерә. Тупрағы көнбайыштан көнсығышҡа табан йоҡа ҡатламлы ташлы ҡара тупраҡтан йыуылған өлгөрөп еткән ҡара тупраҡҡа тиклем, төньяҡтан көньяҡҡа — һоро урман тупрағынан типик, көньяҡ, ябай һәм тоҙло ҡара тупраҡҡа тиклем үҙгәрә. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы күсемле урман һәм дала төрҙәренән тора. Урмандарҙа асыҡ ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы ағас төрҙәре өҫтөнлөк итә, урмандарҙың байтаҡ өлөшө ҡырҡылған. Арҡа һәм сусаҡтар итәгендә ҡылғанлы, типсәкле һәм төрлө үләнле далалар һаҡланған. Аҡ ағуна, һуйыр, дала байбағы, йомран, ҡабан, ҡоралай, төлкө, һеләүһен һ.б. йәшәй. Б.У.а. экологик торошона баҡыр колчеданы мәғдәндәре, алтын табыу пр‑тиелары һәм а.х. ҙур йоғонто яһай. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү (һөрөлгән ерҙәр яҡынса 35%) һәм көтөүлектәрҙе маҡсатҡа ярашлы файҙаланмау тупраҡ эрозияһының (48%) көсәйеүенә, йылғаларҙың һайығыуына һәм үҫемлек япмаһының деградацияһына килтерә. Көньяҡта респ. адм. сиге буйлап баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаты булдырылған. Б.У.а. — бойҙай үҫтергән, ит‑һөт малсылығы, һарыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгән әһәмиәтле район. Баймаҡ, Сибай, Учалы ҡҡ. урынлашҡан.

П.Н.Швецов, И.М.Япаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Башҡортостандың Урал аръяғы ландшафы

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика