Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/1633%20dom-pechati-.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/1633%20dom-pechati-.jpg'

“БАШҠОРТОСТАН”, нәшриәт, ДУП. Гәзиттәр, журналдар, китаптар, календарҙар, буклеттар, брошюралар һ.б. баҫма продукция сығара. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: брошюралау, гәзит, баҫмаға тиклем әҙерлек, баҫыу цехтары һ.б. 2010 й. 409 кеше эшләгән; 91 төр гәзит (дөйөм тиражы 283,3 млн дана), 61 төр журнал (тиражы 28,7 млн дана), 80,9 мең дана китап, 186,1 меңгә яҡын брошюра, проспект һәм буклет, 13,8 мең календарь һ.б. сығарыла. 1943 й. өлкә гәзиттәре редакциялары эргәһендәге типография булараҡ ойошторола, 1964 й. алып КПСС өлкә ком‑тының өлкә гәзиттәре нәшриәте, 1969 й. — КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты нәшриәте, 1993 й. алып хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә.

А.И.Безрукавников

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика