БАШҠОРТОСТАНДЫҢ УРАЛ АЛДЫ, Урал тауҙарынан көнбайышҡа табан БР‑ҙың адм. сигенә тиклемге терр‑яны биләй. Көнсығыш тәбиғи сиктәре: Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) башы, Һарыяҡ һыртының көнбайыш битләүҙәре, Әй й. (тауҙарҙан сыҡҡан урыны), Ҡаратау һыртының төньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәре, Эҫем һәм Ләмәҙ йй. үҙәндәре, Олотау һыртының көнбайыш битләүҙәре, Бейектау, Баш‑Алатау, Оло Эйек (Һаҡмар й. ҡушылдығы) һәм Кесе Һүрәм (Оло Һүрәм й. ҡушылдығы) йй. үҙәндәре, Ҡаҫмарт й. түбәнге ағымы. Майҙаны яҡынса 90 мең км2. Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш ситенә һәм Урал алды бөгөлөнә тура килә. Нигеҙендә ултырма һәм магмалы тоҡомдарҙан торған рифей ҡатламдары ята, өҫ яҡ өлөшө аҫҡы пермь ултырмаларынан тора. Рельефта төньяҡта Өфө яйлаһы Башҡорт көмбәҙенә, көньяҡта Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттары Ырымбур көмбәҙенә, көнбайышта Бөгөлмә‑Бәләбәй һәм Стәрлебаш‑Фёдоровка ҡалҡыулыҡтары Татар көмбәҙенә тура килә. Кама-Ағиҙел һәм Йүрүҙән‑Әй тигеҙлектәре кире структуралар м‑н бәйле. Рельефтың үҙенсәлекле элементтары — шихандар. Б.У.а. карстың классик күренеше өлкәһенә ҡарай. Ер аҫты файҙалы ҡаҙылмаларға бай: нефть (Арлан нефть ятҡылығы, Туймазы нефть ятҡылығы, Шкапов нефть ятҡылығы һ.б.), тәбиғи газ (Муса ятҡылығы), һоро күмер (Бабай ятҡылығы), эзбизташ (Шахтау ятҡылығы), таш тоҙ (Яр-Бишҡаҙаҡ ятҡылығы) һ.б. Климат формалашыуына Урал тауҙарының субмеридиональ торошо йоғонто яһай; йылына ҡарап киҫкен тотороҡһоҙлоҡ, июлдә яуым‑төшөмдөң макс. (65 мм ашыу), февр. — миним. (25 мм кәмерәк) миҡдары билдәләнә. Ҡышын һалҡын, епшек көндәр була, ғин. уртаса т‑ра −14,7°С. Йәйен аяҙ һауа торошо өҫтөнлөк итә, июлдә уртаса т‑ра 19,2°С. Ер өҫтө һыуҙары башлыса Ағиҙел й. басс. ҡарай (Өфө, Дим, Ашҡаҙар, Өршәк, Сәрмәсән, Баҙы һ.б.). Беүә‑Танып йй. араһында һәм Өфө яйлаһының көнбайышында кәҫле көлһыу тупраҡ, Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында, Йүрүҙән- Әй тигеҙлегендә һәм Өфө яйлаһының көнсығышында ҡараһыу һоро урман тупрағы, кәҫле-карбонатлы тупраҡ, тигеҙлектәрҙә һоро урман тупрағы, терр‑яның көньяғында көлһыуланған, йыуылған, типик һәм ябай ҡара тупраҡ формалашҡан; урыны м‑н тоҙло тупраҡ һәм татырлыҡ осрай. Икенсел ҡайын‑уҫаҡ урмандары таралған. Ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандар терр‑яның күпселек өлөшөндә ҡырҡылған (Өфө яйлаһында һәм Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының ныҡ йырғыланған урындарында һаҡланған), һөҙөмтәлә урман- дала типик дала ҡиәфәтен алған. Болонло төрлө үләнле-ҡыяҡлы далалар арҡа һәм ҡалҡыулыҡ битләүҙәрендә һаҡланған. Аҡ ағуна, ҡабан, ҡама, ҡоралай, мышы, төлкө һ.б. йәшәй. Хайуандар донъяһында Волга аръяғы‑Ҡаҙағстан төрҙәре һанының артыуы күҙәтелә: бөркөт, ялан бөркөтө, дала байбағы, ҡарһаҡ, ялман һ.б. Терр‑яның ныҡ үҙләштерелеүе (Ағиҙел й. һул яры 75%‑ҡа үҙләштерелгән, Өфө яйлаһы — 25—30%‑ҡа) экологик хәлдең насарайыуына булышлыҡ итә: тоҙло ер аҫты һыуҙары күтәрелә, шишмәләр ҡорой, йылғалар һайыға, тупраҡ эрозияһы, көтөүлек дигрессияһы күҙәтелә. Бөрө, Бәләбәй, Ишембай, Мәләүез, Нефтекама, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы һ.б. ҡалалар урынлашҡан.

П.Н.Швецов, И.М.Япаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика