“БАШҠОРТОСТАН”, киностудия. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. ойошторола. Тәүҙә киностудияла документаль кино төшөрөлә. 1990—2010 йй. 40‑тан ашыу документаль фильм төшөрөлгән: “Республика йылъяҙмаһы” (“Хроника Республики”; 1990, сценарий авторы М.М.Зарипов, реж. Ә.Ғ.Абдразаҡов, операторҙары А.К.Биктимеров һәм И.Һ.Ғәлиуллин), “Салауат Юлаев көндәре” (“Дни Салавата Юлаева”; 1991, сценарий авторы һәм реж. М.Н.Яҡшымбәтов, операторы Р.М.Исхаҡов), “Зәки Вәлиди Туған” (“Заки Валиди Тоган”; 1992, сценарий авторы Ғ.Ғ.Шафиҡов, реж. Абдразаҡов, операторы Ғәлиуллин), “Арҡайым” (“Аркаим”; 1993, сценарий авторы һәм реж. М.Н.Геллер, операторҙары Ғәлиуллин һәм А.И.Трегубов), “Ғәскәров” (“Гаскаров”; 1994, сценарий авторы һәм реж. В.С.Кәримов, операторҙары Ғәлиуллин һәм Л.А.Мешков), “Ҡоролтай” (“Курултай”; 1995, сценарий авторы һәм реж. Э.Х.Дәүләтшина, операторы Ғәлиуллин), “Беҙ ышанабыҙ” (“Мы верим; 1996, сценарий авторҙары М.Т.Әбүзәров, Абдразаҡов, реж. Абдразаҡов, операторҙары Ғәлиуллин һәм В.В.Желябов), “Ике йылға ҡушылғанда” (“Когда сливаются две реки”; 1997, сценарий авторы А.А.Аҡманов, реж. Б.Т.Йосопов, операторҙары Ғәлиуллин һәм Желябов), “Өфөм — минең ҡалам” (“Уфа — город мой”; 1999, сценарий авторы М.С.Бураҡаева, реж. Р.А.Исмәғилев, операторы Ғәлиуллин), “Мосолман рапсодияһы” (“Мусульманская рапсодия”; 2000, сценарий авторы һәм реж. Аҡманов, операторы Исхаҡов), “Тыуған илдә тыуған илде юҡһынам” (“На родине по Родине тоскую”; 2002, сценарий авторы Р.Т.Бикбаев, реж. Абдразаҡов, операторы Ғәлиуллин), “Мостай Кәрим” (“Мустай Карим”; 2004, сценарий авторы Р.З.Хантимеров, реж. А.И.Йомағолов, операторы Исхаҡов) һ.б.

1992 й. алып анимация киноһын төшөрөү башлана. 1996 й. ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмдар төшөрөлә: “Быяла юлсы” (сценарий авторҙары Аҡманов һәм Йосопов, реж. Йосопов, операторы Исхаҡов), “Ике алыҫ — яҡын ҡыш” (“Две далёкие — близкие зимы”; сценарий авторҙары Р.Й.Ҡобаев һәм Р.К.Ямалиев, реж. И.Ғ.Исламғолов, операторы Н.Г.Гайл). 2000 й. “Ауыл өҫтөндә йәйғор” (сценарий авторҙары Аҡманов, З.Д.Бураҡаева, М.С.Бураҡаева, С.Ә.Вәхитов һәм Йосопов, реж. Йосопов, операторы Исхаҡов) тәүге тулы метражлы нәфис фильмы, 2002 й. “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” (сценарий авторҙары М.М.Тимербулатов һәм Йосопов, реж. Йосопов, операторы А.Е.Лесников) нәфис фильмы төшөрөлә. 1997—2006 йй. квартал һайын БР‑ҙың сәйәси, иҡт. һәм мәҙәни тормошо т‑да “Аҡбуҙат” к/ журналы сығарыла.

Киностудия Халыҡ-ара төрки телле илдәр кинофестивалендә (Истанбул ҡ., Төркиә, 2001) “Яңы кинематография асышы өсөн” номинацияһында приз ала. Дир.: Абдразаҡов (1990 й. алып), Кәримов (1992 й. алып), М.Н.Новиков (1993 й. алып), Исмәғилев (1997 й. алып), А.Ғ.Юнысов (2006 й. алып), А.Ш.Хужәхмәтов (2012 й. алып). 2009 й. киностудияға “Башкиновидеопрокат” ҡушыла

.

А.А.Аҡманов, И.Һ.Ғәлиуллин

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика