БАШҠОРТОСТАНДЫ ӨЙРӘНЕҮ ЙӘМҒИӘТЕ, АСБР ҮБК‑ның 1922 й. 16 февр. ҡарары м‑н Стәрлетамаҡ ҡ. Мәғариф ХК (ҡара: Академүҙәк) эргәһендә Башҡортостандың көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү йәмғиәте булараҡ ойошторола. 1922 й. сент. Көньяҡ Уралды өйрәнеү йәмғиәте м‑н берләштерелә, Өфөгә күсерелә һәм Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте итеп үҙгәртелә. Тәбиғи байлыҡтарҙы, башҡорттарҙың һәм төбәктең башҡа халыҡтарының тарихын һәм этнографияһын өйрәнеү м‑н шөғөлләнә; китапханалар һәм музейҙар төҙөүҙе ойоштора; кантон һәм улус йәмғиәттәре, түңәрәктәре эшмәкәрлеген етәкләй; экспедицияларҙа ҡатнаша һ.б. Тарих, фәнни‑филология, этнография‑география, нәшриәт, дингә ҡаршы бүлектәренән тора. Эште Йәмғиәт советы етәкләй, ҙур фәнни һәм ойоштороу мәсьәләләрен тикшереү өсөн съезд саҡырыла. Б.ө.й. Г.В.Вахрушев, Ғ.Ф.Вилданов, Х.Ғ.Ғәбитов, Г.И.Комиссаров, С.Ғ.Мирасов, П.А.Петров‑Туринге, Р.Ф.Фәхретдинов эшләй, В.В.Бартольд, М.Ғафури, Ә.Ә.Диваев, С.И.Руденко һ.б. почётлы ағза була. Идара рәйестәре: Н.Т.Таһиров, Ш.Сөнчәләй һ.б. Йәмғиәт “Башҡортостан тыуған яҡты өйрәнеү йыйынтығы”н (“Башкирский краеведческий сборник”), “Башҡорт аймағы” ж. нәшер итә, уларҙа археография, археология, тарих, сығанаҡтар өйрәнеү, минералогия, топонимика, фольклор, этнография һәм башҡорт тел ғилеме б‑са мәҡәләләр баҫтырыла; мәғариф һәм белем биреү системаһын үҫтереү т‑да материалдар “Белем” ж. һ.б. нәшер ителә. 1932 й. бөтөрөлә.

Ҡ.К.Кәримов

Тәрж. Г.М.Яҡупова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика