“БАШҠОРТОСТАН” агрохимия хеҙмәте үҙәге, БР‑ҙа ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙең системалы агрохимик мониторингын тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. 2009 й. 94 кеше эшләгән. Урман‑дала зонаһының 30 районын (2,8 млн га һөрөнтө ер) хеҙмәтләндерә. А.х. б‑са БР‑ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эргәһендәге күҙәтеү һәм лаб. контроль селтәре учреждениеһы. “Б.” һыу, тупраҡ (йыл һайын 200—400 мең га майҙанда), агрохимикаттар һәм а.х. продукцияһына агрохимик, токсикологик, радиологик тикшереүҙәр үткәрә. “Б.” сертификациялау маҡсатында эзбиз, фосфорит ҡулланыуға, тупраҡты комплекслы агрохимик культуралаштырыуға, а.х. продукцияһын (иген, он, ярма, йәшелсә) һәм мал аҙығын һынауға проект‑смета документацияһын төҙөү б‑са эш алып барыла. 1992 й. алып тупраҡтың, ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙарының, үҫемлекселек продукцияһының ашламалар һәм пестицидтар м‑н бысраныуын тикшереү мәғлүмәттәре б‑са а.х. пр‑тиеларының экологик паспорты төҙөлә.

1964 й. БНИИСХ эргәһендәге Өфө зона агрохимия лаб. булараҡ нигеҙ һалына, 1969 й. алып Башҡ‑н республика агрохимия лаб., 1977 й. — Башҡ‑н а.х. химиялаштырыу проект‑тикшеренеү ст., 1991 й. — “Б.” дәүләт агрохимия хеҙмәтенең проект‑тикшеренеү үҙәге, 2001 й. — федераль дәүләт учреждениеһы.

К.З.Мәхмүтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика