“БАШҠОРТОСТАН” агросәнәғәт банкыһы, 20 б. 20‑се йй. башында Өфөлә Бөтә Союз кооператив-колхоз банкыһының Башҡ‑н а.х. банкыһы булараҡ ойошторола. 1987 й. респ. райондарында 56 бүлексәһе булған СССР Агросәнәғәт банкыһының Башҡ‑н республика идаралығына үҙгәртеп ҡорола, 1990 й. алып «“Башҡортостан” агросәнәғәт банкыһы» ЯСЙ, 1998 й. — ААЙ. 1999 й. эшмәкәрлеген туҡтата. БР ҡалаларында һәм райондарында 52 филиалы булған. Иҫәп-хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе (ҡара: Банкылар, Коммерция банкыһы), юридик шәхестәрҙе (агросәнәғәт комплексы пр‑тиеларын) кредитлауҙы тормошҡа ашырған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика