БАШҠОРТОСТАН, 2657‑се бәләкәй планета (ҡара: Астероидтар). Ҡояштан — уртаса 476 млн км, Ерҙән кәмендә 257 млн км алыҫлыҡта. Диам. — яҡынса 17 км. Оппозициялағы яҡтылығы — 16,3 йондоҙ дәүмәле. Н.С.Черных (Ҡырым астрофизика обсерваторияһы) тарафынан 1979 й. 23 сент. асыла. Башҡ. АССР‑ы хөрмәтенә атала. Башҡортостан терр‑яһында телескоп (объективтың диам. кәмендә 30 см) ярҙамында күҙәтеп була.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика