БАШҠОРТ‑МИШӘР ҒӘСКӘРЕ, 1834 й. хәрби министр граф А.И.Чернышёв бойороғо б‑са Ырымбур крайында башҡорттарҙан һәм мишәрҙәрҙән ойошторола; 1855 й. алып (уның составына типтәрҙәр һәм бобылдәр индерелгәндән һуң) — Башҡорт ғәскәре. Ырымбур сик һыҙығының 4 дистанцияһын (1239 саҡрым) һаҡлауға тәғәйенләнгән була. Ырымбур айырым корпусы ком. буйһона. Үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. Ғәскәр ерҙәренең майҙаны 10 млн дисәтинәнән ашыу тәшкил итә. Ғәскәр терр‑яһы — 17, 1855 й. алып 28 кантонға (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы) бүленә. 1850 й. ғәскәр халҡын 546 мең башҡорт (83%) һәм мишәр тәшкил итә, 1858 й. — 834 мең кеше (1855 й. ғәскәр составына 266 мең типтәр һәм бобыль индерелә). Ғәскәр башында командующий тора. Ғәскәр идаралығы — армия штаб‑офицерҙарынан, кантон (даими урынлашыу пункттарында) һәм поход (сик һыҙығы һәм экспедиция) етәкселеге башҡорттарҙан, мишәрҙәрҙән һәм типтәрҙәрҙән комплектлана. Йыл һайын сик һыҙығы хеҙмәтенә уртаса 5,5 мең кеше мобилизациялана, Златоуст һәм Себер тракттарында, Мәскәүҙә, Ҡазанда, Түбәнге Новгородта һ.б. ҡалаларҙа төҙөлөш, юл һәм а.х. эштәренә, конвойлыҡ һәм полиция хеҙмәтенә — яҡынса 4,5 мең кеше; һуғыш осоронда ғәскәр 30 атлы полк ҡуя алған. 1840 й. яҡынса 7 мең кеше хәрби хеҙмәттән аҡсалата һалымға күсерелә, 1842 й. өҫтәмә рәүештә — 31 мең, 1844 й. — 39 мең, 1848 й. — 200 мең, 1861—63 йй. — бөтә халыҡ. Ғәскәрҙең ҡоралы пистолеттарҙан, ҡылыстарҙан, йәйәләрҙән, уҡтарҙан һәм 2 метрлы һөңгөләрҙән тора. Б.‑м.ғ. хеҙм‑рҙәре кейеме иҫәбенә бүректәр, күк буҫтауҙан тегелгән мундирҙар йәки курткалар, асыҡ күк төҫтәге билбауҙар, ҡыҙыл лампаслы күк салбарҙар һәм ҡара итектәр, 1844 й. алып күк түбәле һәм ҡыҙыл тирәсле кокардалы фуражкалар, сәкмәндәр, ҡайыштар һәм ҡара итектәр инә; 1846 й. башлап форма кейеү хеҙм‑рҙәрҙе империяның көнбайыш һәм көньяҡ сиктәренә ебәргән осраҡтарҙа ғына мотлаҡ була. Ғәскәр ихтилалда (1835), 1844 й. ҡаҙаҡ ихтилалын баҫтырыуҙа, Хиуа походында (1839—40), Коканд походтарында, Ҡырым һуғышында (1853—56) ҡатнаша. 1865 й. 2 июлендә “Башҡорттарға идара итеүҙе хәрби ведомствонан граждандар ведомствоһына күсереү тураһында” батша раҫлаған Дәүләт советы ҡарары м‑н таратыла. Балтик яр буйын инглиз‑француз десанттарынан һаҡлауҙа күрһәткән ҡыйыулығы өсөн Б.‑м.ғ. 1‑се һәм 3‑сө Башҡ. полкы личный составына рәхмәт белдерелә, күп яугирҙарға “1853—1856 йй. һуғыш иҫтәлегенә” миҙалдары тапшырыла. Б.‑м.ғ. командующийҙары: полк., 1838 й. алып ген.‑майор С.Т.Циолковский (1834—40), полк., 1851 й. алып ген.‑майор Н.В.Балкашин (1840— 45 йй. вазифа башҡарыусы; 1851—53, 1854—58), полк., 1846 й. алып ген.- майор Г.В.Жуковский (1846 й. вазифа башҡарыусы; 1846—48), полк. Н.П.Беклемишев (1849—50), ген.-майор А.И.Середа (1850—51), полк. граф И.А.Толстой (1851—52 йй. вазифа башҡарыусы), подполк. А.А.Толмичёв (1853—54 йй. вазифа башҡарыусы), полк. Х.Х.Рейтерн (1856—58 йй. вазифа башҡарыусы), полк. А.М.Синбирин (1859—60 йй. вазифа башҡарыусы), ген.‑майор Н.К.Тетеревников (1860—62), полк. А.П.Богуславский (1862—64 йй. вазифа башҡарыусы).

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке 

Башҡорт‑мишәр ғәскәренең башҡорт кантоны офицеры һәм мишәр кантоны казагы. 1836

Яндекс.Метрика