БАШҠОРТ‑БӨРКӨТ ҠУРҒАНДАРЫ, 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы. Күгәрсен р‑ны Баш-Бөркөт а. төньяҡ-көнсығыш ситендә уба түбәһендә урынлашҡан. 1968 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1968—69 йй. өйрәнелә. Ҡомартҡы 3 ҡурғандан (диам. 6—7 м, бейеклеге 0,3 м) тора, уларҙың һәр береһендә берәр ҡәбер табылған. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына, ҡапҡасы һәм бау кейҙерер өсөн уйымы булған имән ялғаштарға (диам. 0,8—0,9 м, оҙонлоғо 2—2,2 м) салҡан ятҡырып, ҡулдарын кәүҙәһе буйлап ҡуйып, баштары м‑н төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәберҙәргә туҙ көпшә (фаразланыуынса, сәс биҙәүесе), тимер саҡма, бысаҡ һәм өҙәңге, күн итек, көмөш көҙгө һалынған. Б.‑Б.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

А.Ф.Йәминов, Н.А.Мәжитов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика