БАШҠОРТ ЯРУСЫ, карбондың урта бүлегенең түбәнге бүлексәһе. Серпухов ярусында ята, мәскәү ярусы мн ҡаплана. С.В.Семихатова Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының Еҙем һәм Йүрүҙән йй. басс. Үрге Лука ҡасабаһы (Силәбе өлк.) янындағы Йүрүҙән й. типик киҫелеше булған һул ярында айырып күрһәтә (1934). Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйы гипостратотибында һай диңгеҙ карбонат ултырмаларынан (доломит ҡатыш эзбизташ) тора; ҡалынлығы 225 м. Ылымыҡтар, фораминиферҙар, брахиоподтар һ.б. хас. 4 ярым ярусҡа бүленә: һүрәм, әкәүәҙ, аҫҡынбаш, архангел; түбәнгеһе һәм үргеһе һәр береһе — ике горизонтҡа, икенсеһе һәм өсөнсөһө ш. уҡ исемдәге горизонттар кимәленә тап килә. Башҡортостандың платформалы өлөшөндә башлыса карбонат тоҡомдарынан тора, скважиналарҙағы ҡалынлығы 20— 90 м; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә Еҙем һәм Егән йй. районында ҡалынлығы 195— 275 м. Йүрүҙән һәм Әй йй. басс. ғәҙәттәүрге ярым ярус ултырмалары юҡ, ҡалынлығы 110—210 м. Йылайыр синклинорийында һүрәм, әкәүәҙһәм аҫҡынбаш ярым ярустары — карбонат тоҡомдарынан, архангел ярым ярусы — аргиллит, ҡомташ, эзбизташконгломераты, эзбизташ ҡатыш мергелдән үгәрсен свитаһы) тора; ҡалынлығы 400—500 м. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығыш битләүендә Йәнгел й. районында органоген эзбизташтарҙан, һирәгерәк карбонат- терриген тоҡомдарҙан ғибәрәт; ҡалынлығы 200—250 м.

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика