БАШҠОРТ ЭШТӘРЕ КОМИССИЯҺЫ, идара итеүҙең ғәҙәттән тыш органы, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыу һәм Башҡортостанда соц.‑иҡт. хәлде яйға һалыу сараларын эшләү өсөн императрица Анна Иоанновнаның 1735 й. 13 авг. указы б‑са Минзәлә ҡ. ойошторола. Комиссияға ш. уҡ Әстерхан һәм Ҡазан губерналары буйһона. Уға хәрби- сәйәси, дипломатик, адм. һәм хужалыҡ функциялары бирелә; комиссия етәксеһе үҙенә ҡараған терр‑ялағы хөкүмәт ғәскәрҙәренең баш командующийы вазифаһын да үтәй. Ырымбур экспедицияһы (1734—44) м‑н берлектә эш итә. Комиссия указдар (1736 й. 11 февр.) төҙөй, төбәктең урыҫ халҡы һанын иҫәпкә алыуҙы үткәрә, баш күтәреүселәргә ҡарата тикшереү һәм суд сараларын тормошҡа ашыра. 1742 й. башында Б.э.к. эшмәкәрлеген туҡтата, уның функциялары Ырымбур экспедицияһына бирелә. Б.э.к. етәкселәре: А.И. Румянцев (1735 й. алып), М.С.Хрущёв (1736 й. алып), Л.Я.Соймонов (1737 й. алып).

В.Н.Моратова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика