“БАШҠОРТ ЭНЦИКЛОПЕДИЯҺЫ” ғ и л м и - н ә ш р и ә т  к о м п л е к с ы, БР‑ҙың дәүләт автономиялы учреждениеһы. 1993 й. февр. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡ. энциклопедияһы бүлеге (1991—92 йй. төркөм) базаһында Башҡ. энциклопедияһының Баш редакцияһы булараҡ асыла, 1995 й. алып “Б.э.” ғилми нәшриәте, 2012 й. хәҙ статусын ала. Өфөлә урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше: дөйөм һәм төбәк энциклопедистикаһы, төбәк энциклопедияларын әҙерләү тарихы һәм методикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәреү; ҡағыҙҙа һәм электрон вариантта энциклопедик һәм һүҙлек-белешмә әҙәбиәт әҙерләү һәм нәшер итеү. “Б.э.” составы: энциклопедик тикшеренеүҙәр ин‑ты, “Ғилем”, “ЮША” нәшриәттәре, электрон баҫмалар, производство‑техник, маркетинг һ.б. бүлектәр. Фәнни‑техник китапханаһы, типографияһы бар. 2015 й. 80 кеше эшләгән, улар араһында 12 ф. кандидаты. 1996 й. нәшриәт урыҫ телендә “Башкортостан” ҡыҫҡаса энциклопедияһын, 1997 й. уның яңы мәҡәләләр м‑н тулыландырылған башҡ. теленә тәржемәһен (“Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия”); 2005—11 йй. урыҫ телендә 7 томлыҡ “Башҡорт энциклопедияһы”н (“Башкирская энциклопедия”), 2014–16 йй. уның башҡортса 3 томын әҙерләй; 2015 й. “Башҡорт энциклопедияһы”ның (“Башкирская энциклопедия”) онлайн-версияһы донъя күрә. Тематик һәм төбәк энциклопедиялары: “Салауат Юлаев: энциклопедия” [“Салават Юлаев: энциклопедия”; 2004; “Бәләкәй тыуған ил” (“Малая родина”) Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, Мәскәү], “Башҡорттарҙың хәрби тарихы: энциклопедия” (“Военная история башкир: энциклопедия”; 2013); “Башҡортостан халыҡтары” (“Народы Башкортостана”; 2014; Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһенең 2‑се дәрәжә дипломы, Ашхабад); ш. уҡ учреждениелар, предприятиеларға арналған энциклопедиялар: “Газпром нефтехим Салават” (2013), “Рәми Ғарипов исемендәге 1‑се Башҡорт республика гимназия-интернаты” (“Башкирская республиканская гимназия-интернат №1 имени Рами Гарипова”; 2014) һ.б. сығарыла. Муниципаль берәмек администрациялары заказы б‑са “Баймаҡ энциклопедияһы” (“Баймакская энциклопедия”; 2013), “Ишембай энциклопедияһы” (“Ишимбайская энциклопедия”), “Хәйбулла энциклопедияһы” (“Хайбуллинская энциклопедия”), “Әбйәлил энциклопедияһы” (“Абзелиловская энциклопедия”; “Йылдың иң яҡшы китабы – 2015” Бөтә Рәсәй проф. конкурсының “Иң яҡшы һүҙлек-энциклопедик баҫма” номинацияһында диплом, Мәскәү) һәм БР‑ҙа тәүге ҡала энциклопедияһы “Сибай” (бөтәһе лә – 2015) нәшер ителә.  “Ғилем” нәшриәте тарафынан 200‑ҙән ашыу баҫма (дөйөм тиражы 34,7 мең дананан ашыу) сығарыла, ш. иҫ. В.Р.Әхмәтова һәм Р.В.Ҡунаҡованың “Көкөрттөң органик берләшмәләре химияһында металл комплекслы катализ һәм күп компонентлы реакциялар” (“Металлокомплексный катализ и мультикомпонентные реакции в химии органических соединений серы”), В.Ғ.Сәхәүетдиновтың “Минең тормош фәлсәфәм” (“Моя философия жизни”), И.Е.Карпухиндың “Күңел серҙәрен асыу: шиғырҙар” (“Признания: стихотворения), “Күңел тулыу. Академик Г.А.Толстиков” (“Наполнение души. Академик Г.А.Толстиков”; бөтәһе лә – 2015).  “ЮША” нәшриәте тарафынан 26 баҫма (дөйөм тиражы 10 мең дананан ашыу) сығарылған, улар араһында   Л.М.Карамованың “Ғүмер юлы...” (“Дорога длиною в жизнь…”), “Ҡырмыҫҡалы төбәге” (“Кармаскалинский край”), “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” (бөтәһе лә – 2015) һ.б. бар. БР ФА, РФА‑ның Өфө ФҮ, “Большая Российская энциклопедия” ғилми нәшриәте һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Ғилми редакция советы рәйесе: З.Ғ.Ураҡсин (1993 й. алып), М.Ә.Илһамов (1998 й. алып). Етәкс.: Ураҡсин (1993 й. алып), У.Ғ.Сәйетов (1995, 1998 й. алып), Р.Шәкүр (1995—98).

У.Ғәйетов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика