БАШҠОРТ ЫРЫУҘАРЫ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, Башҡортостанда б.э. 2‑се мең йыллығының 1‑се ярт. ҡәбилә һәм ырыу берләшмәләре. 14—16 бб. төбәктең көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондарында Ете ырыу берләшмәһе (бөрйән, тамъян, түңгәүер, үҫәргән ырыуҙары һәм ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең ҡара-ҡыпсаҡ, сәңкем-ҡыпсаҡ һәм ҡыпсаҡ ырыуҙары) барлыҡҡа килә, уға 15 б. 2‑се ярт. Мәсем хан етәкселек итә. Берләшмә Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Ҡазанға, һуңынан Мәскәүгә илселәр ебәрә. Жалованный грамоталар алыу уртаҡ ерҙәрҙең бүленеүенә һәм Берләшмәнең тарҡалыуына килтерә. Башҡортостандың төньяғында балыҡсы, гәрә, ирәкте, таҙ, уран ҡәбиләләренән, ун ҡәбиләһенең байҡы, танып ҡәбиләһенең ҡайпан ырыуҙарынан торған Б.ы.б. барлыҡҡа килә, уға 16 б. 1‑се ярт. Иҫән хан етәкселек итә. Ғалимдар фекеренсә, төбәктең көнбайыш райондарында монголдарға тиклемге заманда һәм Алтын Урҙа осоронда Волга буйы Болғары йоғонтоһон кисергән Б.ы.б. була, уға төрлө ваҡытта юрматы, юрмый, бүләр ҡәбиләләре инә. Б.ы.б. т‑да мәғлүмәттәр шәжәрәләрҙә, фольклор ҡомартҡыларында (ҡара: “Бабсаҡ менән Күсәк” һ.б.) һ.б. тарихи сығанаҡтарҙа бар.

Р.М.Йосопов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика