БАШҠОРТ ХӨКҮМӘТЕ, 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡ. респ. башҡарма власының юғары органы. 1917 й. 20 дек. Кесе ҡоролтай тарафынан Ырымбур ҡ. ойошторола. 1918 й. июненән — Силәбе ҡ., авг. яңынан Ырымбурҙа урынлаша, дек. урынын Орск өйәҙенең Баймаҡ а. алмаштыра, артабан Темәс а. эшләй. Б.х. составына уның рәйесе һәм хәрби, эске эштәр, игенселек, халыҡ мәғарифы, бәйләнештәр, страховкалау, финанс, иҡт. һәм юстиция бүлектәре мөдирҙәре инә. 1918 й. 17 февр. Ырымбур губерна хәрби‑революцион комитеты рәйесе бойороғо б‑са Б.х. бүлек мөдирҙәре һәм Башҡорт мәркәз шураһының бер нисә ағзаһы ҡулға алына. Улар апр. башында Ырымбурҙы башҡ. һәм казак отрядтары баҫып алған ваҡытта төрмәнән азат ителә. Июндә Б.х. эшмәкәрлеген яңынан тергеҙә, көҙгә ҡарай Башҡорт ғәскәренә мобилизация үткәрә, Ваҡытлы Себер хөкүмәте, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты һәм Чехословак айырым корпусы командованиеһы м‑н РСФСР‑ға ҡаршы уртаҡ көрәш т‑да килешеүҙәр төҙөй, “Бәләкәй Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында положение” эшләй. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтен ойоштороуҙа ҡатнаша. 1918 й. 4 нояб. таратыу т‑дағы “Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең бөтә өлкә хөкүмәттәренә, Рәсәй Дәүләтенең бөтә граждандарына грамотаһы” ҡарарына буйһоноуҙан баш тарта. 1919 й. 16 февр. автономиялы Башҡ. респ. 18 февр. алып РСФСР составына инеүе т‑да иғлан итә. 22 февр. Башҡортостанда власты Башҡортостан хәрби‑революцион комитетына тапшыра. 1919 й. 20 мартында, “Үҙәк Совет власы м‑н Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” ҡарарына ҡул ҡуйғандан һуң эшмәкәрлеген туҡтата. Б.х. рәйестәре: Ю.Ю.Бикбов (1917 й. дек. — 1919 й. ғин.), М.А.Ҡулаев (1919 й. ғин.—март). Б.х. баҫма органдары — “Башҡорт тауышы”, “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гәзиттәре.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика