“БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ИЖАДЫ” (“Башкирское народное творчество”), башҡ. фольклоры өлгөләрен системалаштырған ғилми баҫманың (ҡара: “Башҡорт халыҡ ижады”) урыҫ теленә тәржемәһе. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Н.Т.Зарипов етәкс. фольклорсылар коллективы 1987—2010 йй. эшләй. 12 томдан тора: “Эпос” (1‑се т., 1987; төҙөүсеһе М.М.Сәғитов); “Риүәйәттәр һәм легендалар” (2‑се т., 1987; төҙөүсеһе Ф.А. Нәҙершина); “Батырҙар т‑да әкиәттәр” (3‑сө т., 1988); “Тылсымлы әкиәттәр. Хайуандар т‑да әкиәттәр” (4‑се т., 1989; икеһенең дә төҙөүсеһе Зарипов); “Көнкүреш әкиәттәре” (5‑се т.; 1990); “Шаян әкиәттәр һәм көләмәстәр” (6‑сы т., 1992; икеһенең дә төҙөүсеһе Ә.М.Сөләймәнов); “Мәҡәлдәр, әйтемдәр, ырымдар, йомаҡтар” (7‑се т., 1993; төҙөүсеһе Нәҙершина); “Йырҙар” (Окт. рев‑яһына тиклемге осор) (8‑се т.; 1995; төҙөүсеһе С.Ә.Галин); “Совет осоро йырҙары” (9‑сы т., 1996; төҙөүселәре Б.С.Байымов, М.Ә.Мәмбәтов); “Тарихи эпос” (10‑сы т., 1999; төҙөүсеһе Зарипов); “Бәйеттәр” (11‑се т., 2004; төҙөүсеһе Байымов); “Йола фольклоры” (12‑се т., 2010; төҙөүселәре Сөләймәнов, Р.Ә.Солтангәрәева). Һәр том инеш мәҡәлә, фәнни аңлатма, ҡыҫҡаса тасуирлама, сәсәндәр т‑да мәғлүмәттәр, һүҙлек, эпик персонаждар күрһәткесе һ.б. м‑н бирелә.

Н.Т.Зарипов, Г.Р.Хөсәйенова

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика