“БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ИЖАДЫ”, башҡ. фольклоры өлгөләренең системалаштырылған ғилми баҫмаһы. “Б.х.и.” тәүге баҫмаһын 1954—1959 йй. СССР ФА БФ‑ы 3 томда нәшер итә: 1‑се томға эпик хикәйәттәр, ҡобайырҙар, бәйеттәр, сеңләүҙәр, йырҙар, мәҡәлдәр (1954), 2‑се томға әкиәттәр һәм көләмәстәр (1959; икеһенең дә төҙөүсеһе Ә.И.Харисов), 3‑сө томға совет осоро фольклоры (1955; төҙөүсеһе К.Мәргән) инә.

1972—85 йй. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Харисов (1972—75), Ғ.Б.Хөсәйенов һәм К.Мәргәндең (1975— 85) ғилми етәкс. “Б.х.и.” 18 китабын нәшер итә. Һәр китаптың жанр билдәләнеше бар. Эпос 3 китапта бирелә: “Эпос” (1—2‑се кит., 1972—1973; төҙөүсеһе М.М.Сәғитов); “Эпос” (3‑сө кит., 1982; төҙөүсеһе Н.Т.Зарипов). Әкиәттәр 5 китапта бирелә: хайуандар т‑да һәм тылсымлы — “Әкиәттәр” (1‑се кит., 1976); тылсымлы‑героик — “Әкиәттәр” (2‑се кит., 1976; икеһенең дә төҙөүселәре М.Х. Минһажетдинов, Харисов); батырҙар т‑да — “Әкиәттәр” (3‑сө кит., 1978; төҙөүселәре Зарипов, Минһажетдинов); соц.- көнкүреш — “Әкиәттәр” (4‑се кит., 1981); сатирик — “Әкиәттәр” (5‑се кит., 1983; икеһенең дә төҙөүсеһе Ә.М.Сөләймәнов). Йырҙар 3 китапта бирелә: тарихи һәм көнкүреш — “Йырҙар” (1‑се кит., 1974); таҡмаҡтар һәм йола йырҙары — “Йырҙар” (2‑се кит., 1977; икеһенең дә төҙөүсеһе С.Ә.Галин); йырҙар һәм көйҙәр — “Йырҙар һәм көйҙәр” (1983; төҙөүсеһе Р.С.Сөләймәнов). Айырым китап булып “Бәйеттәр” (1978; төҙөүселәре Сәғитов, Н.Д.Шоңҡаров), “Риүәйәттәр, легендалар” (1980), “Йомаҡтар” (1979), “Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр” (1980; бөтәһенең дә төҙөүсеһе Ф.А.Нәҙершина), “Көләмәстәр” (1985; төҙөүсеһе Ә.М.Сөләймәнов) нәшер ителә. Хәҙ. фольклор 2 китапта бирелә: “Бәйеттәр, йырҙар, таҡмаҡтар” (1981; төҙөүселәре М.Ә.Мәмбәтов, Сәғитов); “Әкиәттәр, риүәйәттәр, хәтирәләр, сәсәндәр ижады” (1982; төҙөүселәре Зарипов, Ә.М.Сөләймәнов). 1995 й. алып ТТӘИ‑лә Ә.М. Сөләймәновтың ғилми етәкс. “Б.х.и.” киңәйтелгән һәм өҫтәмәләр индерелгән йыйынтығы баҫыла башлай: “Йола фольклоры” (1‑се т., 1995; төҙөүселәре Р.Ә.Солтангәрәева, Ә.М.Сөләймәнов); “Риүәйәттәр, легендалар” (2‑се т., 1997; төҙөүсеһе Нәҙершина); “Эпос” (3‑сө т., 1998; төҙөүсеһе Ә.М.Сөләймәнов); “Эпос” (4‑се т., 1999; төҙөүселәре Б.С. Байымов, Сәғитов); “Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр)” (5‑се т., 2000; төҙөүсеһе Зарипов); “Эпос: ҡиссалар һәм дастандар” (6‑сы т., 2002; төҙөүселәре З.Я.Шәрипова, Зарипов, Ә.М.Сөләймәнов, Хөсәйенов); “Яҙма ҡисса һәм дастандар” (7‑се т., 2004; төҙөүселәре М.Х.Нәҙерғолов, Ә.М.Сөләймәнов, Хөсәйенов); “Эпос: иртәктәр һәм эпик ҡобайырҙар” (8‑се т., 2006; төҙөүсеһе Ә.М.Сөләймәнов); “Йомаҡтар” (9‑сы т., 2007); “Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр” (10‑сы т., 1‑се кит., 2006; икеһенең дә төҙөүсеһе Нәҙершина); “Новеллистик әкиәттәр” (11‑се т., 2006; төҙөүсеһе Ә.М.Сөләймәнов); “Хайуандар тураһында әкиәттәр” (13‑сө т., 2009; төҙөүсеһе Г.Р.Хөсәйенова). “Б.х.и.” фольклор материалдары варианттар һәм сәсәндәр т‑да тулы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған аңлатмалар, ш. уҡ иҫкәрмәләр, һүҙлек м‑н тулыландырыла. Һәр томдың инеш мәҡәләһе м‑н жанрының ғилми тасуирламаһы бар. “Б.х.и.” төҙөгән өсөн Л.Г.Бараг, Зарипов, Нәҙершина, Сәғитов, Ә.М.Сөләймәнов, Харисов БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лайыҡ була (1987). Шулай уҡ ҡара: “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә).

Әҙәб.: Зарипов Н.Т. Научный свод башкирского фольклора //Башкирский фольклор: исслед. последних лет. Уфа, 1986.

Н.Т.Зарипов, Г.Р.Хөсәйенова

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Яндекс.Метрика