БАШҠОРТ ҮРГЕНЕ, Үрген, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңы Петровка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 66 км алыҫлыҡта Үрген й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 696 кеше; 1920 — 831; 1939 — 877; 1959 — 961; 1989 — 804; 2002 — 992; 2010 — 866 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1761 й. алып Этбай исеме м‑н билдәле. Староста Этбай Саҡыров исеме м‑н аталған. 1795 й. 27 йортта 171 кеше йәшәгән, 1866 й. 93 йортта — 551 кеше. Малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 2 һыу тирмәне теркәлгән. 1922 й. хәҙ. исемен йөрөтә. А.Х.Абдуллин, Р.Ә.Абдуллин, И.Ә.Солтанбаев, М.Х.Әхтәмов ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика