“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ҺҮҘЛЕГЕ”, башҡорт теленең 2 томдан торған норматив аңлатмалы һүҙлеге (М., 1993). Ә.Ғ.Бейешев етәкс. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тел белгестәре И.М.Агишев, Г.Д.Зәйнуллина, З.Ҡ.Ишмөхәмәтов, Т.Х. Күсимова, З.Ғ.Ураҡсин, М.Х.Әхтәмов, У.М. Яруллина һ.б. тарафынан әҙерләнгән. 1981 й. башҡ. әҙәби теле орфографияһына индерелгән үҙгәрештәр һәм тулыландырыуҙарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән. Башҡ. теленең хәҙ. лексик фондын сағылдырған 55 мең берәмектән тора. Һүҙҙәр алфавит‑оя ысулы м‑н урынлаштырылған. Иллюстрация сифатында нәфис әҙәбиәт, ваҡытлы матбуғат, халыҡ йырҙарынан текстар, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр файҙаланылған. Дөйөм ҡулланылыштағы һүҙҙәрҙән тыш, стилистик төҫмөрҙәге лексика, иҫкергән һүҙҙәр, диалектизмдар һәм фразеологизмдар тупланған.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика