“БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ФОНЕТИКАҺЫ”, Ж.Ғ.Кейекбаев монографияһы (Өфө, 1958; 2‑се баҫма 2002). Хеҙмәт башҡорт тел ғилеме һәм тюркология ҡаҙаныштары нигеҙендә яҙылған. Фундаменталь хеҙмәт башҡ. теленең фонологик һәм фонетик системаһын башҡа төрки телдәр м‑н һүрәтләү һәм сағыштырма-тарихи пландарҙа (ҡара: Сағыштырма‑тарихи тел ғилеме) сағыштырып өйрәнеүгә арналған. Инештән, 4 бүлектән тора. Инештә башҡ. тел ғилемендә тәүге тапҡыр телмәр аппаратына һәм уның өлөштәре функцияларына характеристика бирелә. “Һуҙынҡылар системаһы” һәм “Тартынҡылар системаһы” бүлектәрендә һуҙынҡылар (ҡара: Вокализм) һәм тартынҡылар (ҡара: Консонантизм) тәбиғәте һүрәтләнә, телмәр ағышындағы фонетик үҙгәрештәрҙең төрҙәре (ассимиляция, диссимиляция, редукция, протеза, элизия һ.б.) хаҡында мәғлүмәт бирелә. “Башҡорт телендә сингармонизм” бүлегендә башҡорт теле һәм алтай телдәренең фактик материалдарында сингармонизм проблемалары өйрәнелә. “Башҡорт телендә баҫым системаһы” бүлегендә баҫымдың төп үҙенсәлектәре билдәләнә.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Яндекс.Метрика