БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ДИАЛЕКТТАРЫ, башҡ. йәнле һөйләү теленең терр. төрҙәре. Хәҙ. классификация б‑са (ҡара: Диалектология), 3 диалектты айыралар: көнсығыш диалект, төньяҡ‑көнбайыш диалект һәм көньяҡ диалект. Улар һөйләштәргә, һөйләштәр тағы ла вағыраҡ берәмектәргә — һөйләшсәләргә — бүленә. Б.т.д. башҡорт теленең иң боронғо осорҙарынан һаҡланған һәм башҡа телдәр, ш. иҫ. төрки телдәр, м‑н тарихи бәйләнешен һәм үҙ‑ара йоғонтоһон сағылдырыусы үҙенсәлектәр хас. Миҫал өсөн, көньяҡ диалекттың урта һәм төньяҡ‑көнбайыш диалекттың ҡариҙел һөйләштәрендә 7—8 бб. боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларҙа теркәлгән, бөтә хәҙ. төрки телдәрҙә лә тиерлек юғалған [рт], [лт], [мт], [нт], [мк], [мҡ], [нҡ], [ңҡ] диссимилятив бәйләнештәре һаҡланған. Б.т.д. башҡ. әҙәби теленән фонетик һәм грамматик үҙенсәлектәре м‑н айырыла.

Әҙәб.: Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге. Өфө, 2002; Баишев Т.Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку. М., 1955; Диалектологический атлас башкирского языка. Уфа, 2005.

Н.Х.Мәҡсүтова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Яндекс.Метрика