БАШҠОРТ ТЕЛ ҒИЛЕМЕ, башҡорт теленең төҙөлөшөн, тарихи үҫешен, йәмғиәттә үтәгән функцияһын һәм уны өйрәнеү тарихын тикшерә. Башҡ. теле т‑дағы айырым мәғлүмәттәр Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт-төрк” (11 б.) һүҙлегендә теркәлгән. Швед тикшеренеүсеһе Ф.И.Страленберг “Төн уртаһы: көнсығыш Европа һәм Азияның тарихи һәм географик тасуирламаһы” (Стокгольм, 1730; немец телендә) китабында 32 телдән алынған һүҙҙәр м‑н бер рәттән башҡ. теленән материалдар килтерә һәм, ҡырым, үзбәк, башҡ., ҡырғыҙ һәм төрөкмән татарҙары телдәре берҙәм диалект тәшкил итә, тип билдәләй. Башҡорт теле б‑са мәғлүмәттәр И.И.Георги, И.И.Лепёхин, П.И.Рычков яҙмаларында бар. 18 б. аҙ. М.Биксурин, Д.Н.Соколов, П.Учадамцев тарафынан төҙөлгән 300-гә яҡын урыҫ һүҙенең башҡ. теленә тәржемәһен үҙ эсенә алған бер нисә ҡулъяҙма һүҙлек П.С.Палластың “Батша ярҙамсыһы тарафынан йыйылған бөтә телдәр һәм һөйләштәрҙең сағыштырма һүҙлектәре” [“Сравнительные словари всех языков и наречий, собранные десницей Всевысочайшей особы” (1— 2 т., 1787—1789)] китабына ингән. 1842 й. М.И.Ивановтың “Татар грамматикаһы” (“Татарская грамматика”) һәм “Татар хрестоматияһы” (“Татарская хрестоматия”) китаптары нәшер ителә, унда башҡ. теле татар теле һәм ҡаҙаҡ теле м‑н сағыштырыла. Башҡ. грамматикаһы т‑да системаға һалынған тәүге мәғлүмәттәр М.М.Биксуриндың “Бохарҙар, башҡорттар, ҡырғыҙҙар һөйләштәре менән ғәрәп, фарсы һәм татар телдәрен өйрәнеүгә башланғыс ҡулланма” (“Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов”; 1869) исемле хеҙмәтендә килтерелә. 19 б. аҙ. В.В.Катаринскийҙың “Ҡыҫҡаса урыҫса-башҡортса һүҙлек” (“Краткий русско‑башкирский словарь”; 1893) һәм “Башҡортса-урыҫса һүҙлек” (“Башкирско‑русский словарь”; 1899) һүҙлектәре сыға. А.Г.Бессоновтың “Ҡазан татар наречиеһының һөйләштәре һәм уның уға яҡын наречиеларға һәм телдәргә мөнәсәбәте тураһында” (“О говорах казанского татарского наречия и об отношении его к ближайшим к нему наречиям и языкам”; 1881) мәҡ. башҡ. теле һөйләштәренең өн составы, грамматик төҙөлөшө һәм лексикаһына характеристика бирелә. Уның тарафынан ш. уҡ “Башҡорттар өсөн әлифба” (“Букварь для башкир”; 1907), башҡорт теленең төньяҡ‑көнсығыш (1906) һәм көньяҡ‑көнсығыш (1908) диалекттары (ҡара: Башҡорт теленең диалекттары) үҙенсәлектәрен сағылдырған хрестоматиялар нәшер ителә. “Башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһенә ҡарата” (“К вопросу об изучении башкирского языка”; 1928) мәҡ. башҡ. телен өйрәнеүҙең төп йүнәлештәрен һәм мәсьәләләрен билдәләүсе Н.К.Дмитриев Б.т.ғ. нигеҙ һалыусы булып һанала. 20 б. 20—40‑сы йй. хәҙ. башҡ. әҙәби теленең башҡорттарҙың йәнле һөйләү телмәренә нигеҙләнгән фонетик, грамматик һәм лексик нормалары булдырыла. Башҡ. яҙыуының 1928 й. ғәрәп яҙыуынан латиницаға, 1940 й. кириллицаға күсеүенә бәйле орфография һәм орфоэпия ҡағиҙәләре билдәләнә. Фән һәм белемдең төрлө өлкәләре б‑са терминдар уйлап табыла һәм терминологик һүҙлектәр нәшер ителә (ҡара: Терминология). Яңы дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары төҙөү м‑н телселәр М.Билалов, Ғ.Ф.Вилданов, Х.Ғ.Ғәбитов, Ғ.Й.Дәүләтшин, С.Ғ.Мирасов, Н.Т.Таһиров, В.Хангилдин, У.Хөсни, З.Ш.Шакиров һ.б. шөғөлләнә. Дәүләтшин юғары уҡыу йорттары өсөн башҡ. теле б‑са тәүге “Башҡорт дәүләт пединститутының ситтән тороп уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәреслек” (1934) китабын, “Башҡорт теленең имлә һүҙлеге”н (1930) сығара. 30—40‑сы йй. диалектология (Т.Ғ.Байышев, Вилданов, Дәүләтшин, Мирасов, Таһиров, Шакиров), башҡ. теле тарихы (Таһиров, Ҡ.З.Әхмәров), аффиксаль һүҙьяһалыш һәм форма яһалыш (Вилданов, Дәүләтшин, Хангилдин), әҙәби тел проблемалары (Вилданов, Дәүләтшин, Таһиров), стилистика (Ҡ.Даян, Ә.И.Харисов), тюркология мәсьәләләре б‑са, яҙма ҡомартҡылар хаҡында (Шакиров) һ.б. хеҙмәттәр донъя күрә. 50‑се йй. алып Б.т.ғ. хәҙ. үҫеш этабы башлана. Башҡ. фонетикаһын тасуирлап һәм сағыштырма‑тарихи тикшереүҙең фәнни нигеҙҙәре тәүге тапҡыр Ж.Ғ.Кейекбаевтың “Башҡорт теленең фонетикаһы” хеҙмәтендә ҡулланыла. Уның идеялары Ә.Э.Бейешев, Э.Ф.Ишбирҙин, Н.Х.Ишбулатов, Ф.Ғ.Хисамитдинова хеҙмәттәрендә үҫеш ала. Башҡ. теленең морфологияһы мәсьәләләре М.В.Зәйнуллиндың функциональ анализ нигеҙендә яҙылған “Хәҙерге башҡорт әҙәби теле: морфология” (2002, 2‑се баҫма, 2005) китабында тулы кимәлдә асыла. Морфол. айырым проблемаларына — ш. уҡ Т.М.Ғарипов, Ишбулатов, Х.Ғ.Йосопов, Х.В.Солтанбаева, Әхмәров, Ә.Ә.Юлдашев һ.б.; синтаксистыҡына Ә.М.Аҙнабаев, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, Д.С.Тикеев, Әхмәров һ.б. хеҙмәттәре арналған. Ж.Ғ.Кейекбаевтың “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” (1966) хеҙмәтендә лексика һәм фразеологияны өйрәнеүҙең фәнни нигеҙҙәре һалына. Ишбирҙиндең “Башҡорт теле лексикаһының тарихи үҫеше” (“Историческое развитие лексики башкирского языка”; 1986) монографияһы башҡ. лексикаһының формалашыу һәм үҫеше тарихына арналған. Лексиканы өйрәнеүҙең төрлө проблемалары ш. уҡ Ғ.Ғ.Ҡаһарманов, З.Ғ.Ураҡсин, Хисамитдинова, М.Х.Әхтәмов һ.б. хеҙмәттәрендә ҡарала. Башҡ. фразеологияһының үҙенсәлектәре, фразеологик берәмектәрҙең классификацияһы, уларҙың компоненттарының килешеүе Ураҡсиндың “Башҡорт теленең фразеологияһы” (“Фразеология башкирского языка”; 1975) монографияһында тулы кимәлдә тикшерелә. 60‑сы йй. башлап ономастика, айырыуса топонимика (А.Ә.Камалов, Хисамитдинова, Р.Шәкүр һ.б.) һәм антропонимика (Т.Х.Күсимова, З.М.Рәйемғужина) б‑са тикшеренеүҙәргә иғтибар көсәйә. Башҡ. һүҙьяһалышы проблемаларына К.Ғ.Ишбаевтың “Башҡорт теленең һүҙьяһалышы” (1994) һәм Әхтәмовтың “Хәҙерге башҡорт теле: һүҙьяһалыш” (2000) хеҙмәттәре арналған. Диалектологтар М.И.Дилмөхәмәтов, Ишбулатов, С.Ф.Миржанова, Н.Х.Мәҡсүтова, У.Ф.Нәҙерғолов һ.б. тарафынан башҡ. диалекттары һәм һөйләштәре өйрәнелә. Мәҡсүтованың “Башҡорт теленең көнсығыш диалекты (сағыштырма-тарихи йүнәлештә” [“Восточный диалект башкирского языка (в сравнительно‑историческом освещении)”], Миржанованың “Башҡорт теленең көньяҡ диалекты” (“Южный диалект башкирского языка”; 1979), “Башҡорт теленең төньяҡ- көнбайыш диалекты (формалашыуы һәм хәҙерге торошо)” [“Северо‑западный диалект башкирского языка (формирование и современное состояние)”; 1991] хеҙмәттәре нәшер ителә. Башҡ. теленең тарихи грамматикаһы проблемалары Кейекбаевтың билдәлелек- билдәһеҙлек теорияһы (ҡара: Билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһы) ярҙамында өйрәнелә. Шулай уҡ Аҙнабаевтың һәм В.Ш.Псәнчиндең “Башҡорт теленең тарихи морфологияһы (сағыштырма-тарихи тикшеренеү тәжрибәһе)” (1976) китабы сыға. “Башҡорт тел ғилеме буйынса библиография” (“Библиография по башкирскому языкознанию”; 1969), “Башҡорт тел ғилеме” (“Башкирское языкознание”) библиографик күрһәтмәһе (1— 3‑сө өлөштәр; 1980—1997) нәшер ителә. Башҡ. әҙәби теле үҫешенең ике осоро (милли телгә тиклем һәм милли) тарихы И.Ғ.Ғәләүетдинов, Ишбирҙин, Р.Х.Халиҡованың “Башҡорт әҙәби теленең тарихы” коллектив монографияһында (1993) тикшерелә. Яңы һәм яңыртылған лексикографик хеҙмәттәр барлыҡҡа килә: башҡ. теленең фундаменталь аңлатмалы һүҙлеге (ҡара: “Башҡорт теленең һүҙлеге”), “Башҡортса-русса һүҙлек” (1996), “Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге” (2002), “Урыҫса-башҡортса һүҙлек” (2 томда, 2005) һ.б. Этнолингвистика, социолингвистика, лингвокультурология, лингвофольклористика б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Лексикологияла һәм лексикографияла компьютер технологиялары ҡулланыла: яҙыусыларҙың һәм лексика тармаҡтары б‑са йышлыҡ һүҙлектәре төҙөлә һәм нәшер ителә (З.Ә. Сиражетдинов). Башҡ. теле б‑са тикшеренеүҙәр Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡорт дәүләт университеты, Бөрө социаль‑педагогия академияһы, БДУ‑ның Нефтекама филиалы, Педагогия университеты, Сибай институты, Стәрлетамаҡ педагогия академияһы, Мәғарифты үҫтереү институтында һ.б. алып барыла.

Әҙәб.: Гарипов Т.М. Изучение башкирского языка в дореволюционный период //Вопросы башкирской филологии. М., 1959; Ураҡсин З.Ғ. Гуманитарные науки в Башкортостане (состояние и перспективы) //Тюркология накануне XXI века (достижения, состояние, перспективы). Т.1. Уфа, 2004.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика