“БАШҠОРТ ТАУЫШЫ”, ижт.-сәйәси гәзитБашҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге органы. Ырымбур ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә һәм урыҫ телендә сыға. 1918 й. июль—авг. “Яңы ваҡыт” типографияһында нәшер ителә (бөтәһе 3 һаны сыға). Гәзит биттәрендә Башҡ. хөкүмәтенең хәрби бүлеге бойороҡтары, ҡарарҙары, большевиктарға ҡаршы мәҡ. баҫыла. 1918 й. 20 авг. “Б.т.” һәм “Башҡорт” гәз. берләшеүе һөҙөмтәһендә Башҡ. хөкүмәте “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гәз. ойоштора. Мөхәррире — Х.Ғ.Ғәбитов.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика