БАШҠОРТ САМАҘЫҺЫ, Самаҙы, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Самаҙы й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 437 кеше; 1920 — 511; 1939 — 375; 2010 — 404 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Самаҙы исеме м‑н билдәле. 1837 й. бында ш. уҡ өйәҙҙең Абҙан, Этҡол, Ниязғол аа. башҡорттары ла килеп урынлашҡан. 1866 й. 25 йортта 133 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. А.П.Майоров ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на башкирском языке

Яндекс.Метрика