БАШҠОРТ ПОЛКТАРЫ, 1) 1789—1856 йй. рус армияһының ҡайһы бер тактик берләшмәләре сафындағы башҡорттарҙың еңел атлы хәрби частары. Ойошторолған ваҡытта Ырымбур айырым корпусы ком. буйһона. Тарихы 17—18 бб. башҡ. отрядтары һәм командаларына (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) бәйле. Һәр полк 5 сотнянан тора (ғәскәри старшина, 2—3 яҫауыл, 5 сотник, 10 пятидесятник, 50 десятник һәм рядовойҙар — бөтәһе яҡынса 570 кеше). Б.п. хәрбиҙәре ҡорал, кейем, ат һәм ат егеү кәрәк‑ярағын үҙ иҫәбенә ала. Ырымбур губернаһынан ситтә булғанда тәьминәткә ҡуйыла. 1790—92 йй. Б.п. Полоцк наместниклығының Динабург ҡ. алып Ригаға тиклем арала, 1828 й. Подольск губ. Ямполь ҡ. алып Днестр лиманына тиклем, 1830—31 йй. Бессарабия өлк. Измаил һәм Килия ҡәлғәләрендә, 1855—56 йй. Балтик яр буйында дәүләт сиген һаҡлауға йәлеп ителә. 1788—90 йй. рус‑швед һуғышында (4 полк), 1806—07 йй. рус‑прус‑француз һуғышында (18, яуҙарҙа — 4), Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнаша (20 полк). 1878—82 йй. Ырымбур хәрби округында (ҡара: Хәрби округтар) Башҡорт атлы полкы урынлашҡан була.

2) 1918—22 йй. Башҡорт ғәскәре, Башҡорт корпусы, Башҡорт айырым корпусы, Беренсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Икенсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө, Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы һәм Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһының уҡсылар һәм кавалерия частары.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика