БАШҠОРТ ӨЛКӘ БЮРОҺЫ, 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезының башҡ. делегаттары тарафынан Башҡорт милли хәрәкәтенә етәкселек итеү өсөн 1917 й. 10 майында Мәскәүҙә ойошторола; 26 июндә Башҡ. халҡы союзы бюроһы итеп үҙгәртелә. 1917 й. май уртаһынан Ырымбурҙа урынлаша. Июндә улус шуралары (советтары) төҙөй, июлдә 1‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайына делегаттар һайлау үткәрә. 20 июлдә Башҡорт мәркәз шураһы һайланыу м‑н үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. Б.ө.б. ағзалары: Ә.Ә.Вәлидов, С.Ғ.Мирасов һәм А.Н.Йәғәфәров; Башҡ. халҡы союзы бюроһы ағзалары: Ю.С.Бикбов, Ю.Ю.Бикбов, Вәлидов, А.С.Дәүләтшин, Х.Игликов, С.Иҙелбаев, Йәғәфәров, Ғ. һәм У.М. Ҡыуатовтар, Мирасов һәм Ғ.Мутин. Баҫма органы — “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” гәзите.

Әҙәб.: Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.1. Уфа, 2002.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика