БАЙЫШ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 97 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 66 км алыҫлыҡта Ҡасҡынсы й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 516 кеше; 1920 — 567; 1939 — 561; 1959 — 550; 1989 — 490; 2002 — 518; 2010 — 431 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1760 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Аллабирҙе, Назарбай һәм Ураҙбай Байышевтар билдәле. Шулай уҡ Назар, Ураҙ булараҡ теркәлгән. 1866 й. 60 йортта 339 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәҙрәсә теркәлгән. А.Ә.Назаров, Ф.В.Садиҡова, Н.Х.Ураҙов ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика